17:15 (UTC+5), 13 Июля 2010

Өфө Михаил Зайцев менән бәхилләште

Николай Ермоленко
13 июлдә БР Дәүләт Йыйылышы Йортонда Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың тәүге Рәйесе Михаил Алексеевич Зайцев менән бәхилләшеү булды.
Матәмдә Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев, БР Дәүләт Йыйылышы депутаттары, БР Хөкүмәте ағзалары, федераль ведомстволарҙың территориаль органдары, республика башҡарма власть органдары етәкселәре, йәмәғәтселек вәкилдәре ҡатнашты.
Матәм митингыһын асып, Константин Толкачев Михаил Зайцев биографияһының төп осорҙарын хәтергә төшөрҙө. “Михаил Алексеевичтың бөтә ғүмер һәм хеҙмәт юлы - үҙ эшеңә тоғролоҡтоң һәм эшһөйәрлектең сағыу өлгөһө ул, - тине Константин Толкачев. - Уның биографияһында тыуған Башҡортостанына хеҙмәт итеү өсөн бөтә көсөн һәм белемен биргән кешенең ғүмер йылдары ята”.
Михаил Алексеевич хаҡында ғаиләһе исеменән кейәүе Андрей һөйләне. Өфөнөң тәүге мэры һәм Башҡортостан парламентының тәүге спикерының ҡатыны, ике ҡыҙы һәм ике кейәүе, ике ейәнсәре һәм бер ейәне ҡалды.
Михаил Зайцев Өфөнөң Көньяҡ зыяратында ерләнде.
1 из 16
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика