10:51 (UTC+5), 12 Июля 2010

ТӨРКСОЙ Генераль секретары Башҡортостан Президентына рәхмәт белдерҙе

БР Президентының матбуғат хеҙмәте
Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов исеменә ТӨРКСОЙ генераль секретары Дюсен Касеиновтан хат килде. Унда ул Башҡортостанда башҡорт милли байрамы – Һабантуйға һәм Әхмәт-Зәки Вәлиди Туған йылына арналған ТӨРКСОЙ илдәре фоторәссамдарының VI Халыҡ-ара ижади фотолабораторияһын үткәргән өсөн рәхмәт белдерә.
«Хөрмәтле Мортаза Ғөбәйҙулла улы!
Һеҙҙең ярҙамығыҙ арҡаһында ТӨРКСОЙ Халыҡ-ара ойошмаһы тәүге тапҡыр БДБ һәм Рәсәй Федерацияһы территорияһында ошондай проектты тормошҡа ашыра алды. Төрлө илдәрҙең һәм төбәктәрҙең билдәле фоторәссамдары тарихи һәм тәбиғи иҫтәлекле урындар, архитектура ҡомартҡылары, Башҡортостан халыҡтарының ҡунаҡсыллығы менән таныша алды; III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сараларында, Салауат йыйынында ҡатнашты, Әхмәт-Зәки Вәлиди Туғандың тыуған яғын барып күрҙе.
Был проект Башҡортостан Республикаһының ыңғай имиджын булдырыуға булышлыҡ итәсәк. Халыҡ-ара ижади лаборатория йомғаҡтары буйынса альбом сығарыласаҡ һәм фотокүргәҙмәләр ойоштороласаҡ», — тиелә ТӨРКСОЙ генераль секретары Дюсен Касеиновтың хатында.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика