11:39 (UTC+5), 12 Июля 2010

Өфөлә 2011 – 2013 йылдарға территориаль өс яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйылды

Евгений Рәхимҡолов
Өфөлә социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса территориаль өс яҡлы комиссия ултырышы йомғаҡтары буйынса ҡала профсоюз берләшмәләре, эш биреүселәр һәм Өфө хакимиәте араһында 2011-2013 йылдарға территориаль өс яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйылды.
БР Профсоюздар федерацияһынан хәбәр итеүҙәренсә, йәйге каникулдар осоронда балаларҙың ялын һәм сәләмәтләндереүҙе ойоштороу, Өфөнөң бәләкәй һәм урта бизнес предприятиеларында хеҙмәт закондарын күҙәтеү комиссия ҡарауына сығарылған төп мәсьәләләр булып торҙо.
Ҡаралған мәсьәләләрҙең күбеһе буйынса социаль партнерлыҡ яҡтары килешеүгә өлгәшә алды. Бында, БР Профсоюздар федерацияһы рәйесе урынбаҫары Ленара Иванованың фекеренсә, был осрашыуҙың тос һөҙөмтәләренең береһе булып ҡул ҡуйылған килешеүгә муниципаль учреждениелар хеҙмәткәрҙәренә санатор-курорт дауаланыу тураһында профсоюздар тәҡдименең индерелеүе тора.
Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер мәсьәләләр буйынса яҡтар үҙ-ара килешеүгә өлгәшә алманы. Мәҫәлән, ҡул ҡуйылған килешеүгә профсоюздарҙың ике тәҡдиме индерелмәне. Уларҙың береһе балалар баҡсалары тәрбиәселәренең һәм уларҙың ярҙамсыларының эш хаҡына өҫтәмә билдәләүгә ҡағыла. Икенсеһе – муниципаль учреждениеларҙа эш башлаусы юғары һәм урта профессиональ белемле йәш белгестәр өсөн дүрт оклад күләмендә бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата пособие билдәләү.
Был ике тәҡдимде тормошҡа ашырыу муниципаль бюджеттан ярайһы уҡ финанс сығымдарына бәйләнгән, шуға күрә улар быйыл дүртенсе кварталда ҡайтанан ҡараласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика