10:56 (UTC+5), 09 Июля 2010

Республика бюджетын формалаштырыу тикшерелде

Евгений Рәхимҡолов
БР Профсоюздар федерацияһы рәйесе Әмирхан Сәмерхановтың республиканың финанс министры Айрат Ғәскәров менән осрашыуы барышында Башҡортостан профсоюздарының 2011–2013 йылдарға республика бюджетын формалаштырыу буйынса тәҡдимдәре тикшерелде.
БР Профсоюздар федерацияһы матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн профсоюздарҙы борсоған төп мәсьәләләр – ул хеҙмәтсәндәр массаларын социаль тәьмин итеү һәм лайыҡлы хеҙмәт хаҡы. Шуның менән бәйле, БР Профсоюздар федерацияһы бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын индексациялау тураһында тәҡдим индергәйне, әлеге ваҡытта ул республика Финанс министрлығы тарафынан әүҙем ҡарала.
Профсоюздар тарафынан мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы тураһындағы мәсьәлә айырым пункт итеп сығарылды. Бөгөн был өлкәләге эш хаҡы был һөнәрҙең социаль мөһимлегенә һәм тәрбиәселәрҙең йәмғиәтте үҫтереүгә һалған хеҙмәтенә һис кенә лә тап килмәй. Айрат Ғәскәров хәлгә анализ яһарға, мәғариф хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы тураһында положение әҙерләргә һәм был мәсьәләне хәл итеү буйынса мөмкинлектәрҙе ҡарарға вәғәҙә итте.
Осрашыу барышында торлаҡ-коммуналь хеҙмәтләндереүҙәргә тарифтарҙың үҫеүе, санатор-курорт учреждениеларында стационар дауаланғандан һуң граждандарҙы реабилитациялау буйынса йөкләмәләрҙе финанс яҡтан тәьмин итеү, хеҙмәт ветерандарына түләүҙәр кеүек бөгөнгө көнүҙәк проблемалар ҙа тикшерелде. Тикшерелгән күп мәсьәләләр буйынса ике яҡ та ыңғай ҡарарҙарға килеүгә өлгәшә алды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика