Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.72
-0.12
92.41
-0.6
69.28
-0.26
21+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
6 Июль 2010, 16:00
"Танып-Агро" йәмғиәте яңы корпус төҙөүҙе планлаштыра
Төбәктең төньяҡ райондары буйынса эш сәфәре барышында республика Президенты Мортаза Рәхимов Асҡын районында «Танып-Агро» яуалылығы сикләнгән йәмғиәтенең малсылыҡ комплексын ҡараны.
Элек был комплекс совхоздарҙың береһенеке булған, уҙған йылда бында тулыһынса реконструкция үткән. Комплекстың биш корпусында 1700 баш һыйыр малы урынлаштырылған. Бер һыйырҙан йылына уртаса 3600 литр һөт һауыла.
Республика башлығы менән әңгәмәләшкәндә «Танып-Агро» етәкселеге вәкилдәре 500 баш һыйыр малына иҫәпләнгән йәнә бер корпус төҙөү планы хаҡында һөйләне. Әлеге ҡоролоҡ мәлендә мал аҙығы менән айырым ҡыйынлыҡтар булыуы билдәләнде, шуға күрә малдар әлегә көтөүлектәрҙә йөрөй. Шулай уҡ комплексҡа кредиттарҙы ҡаплау ваҡытын оҙайтыу кәрәклеге хаҡында ла һүҙ барҙы.
Автор:
Сергей Захаров
Теги:
бр президентының эш сәфәре
Читайте нас: