Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
0
98.56
0
82.82
-0.85
7+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
6 Июль 2010, 09:16

Башҡортостан вәкилдәре мәскәүлеләрҙе һабантуй менән ҡыуандырҙы

Башҡорт халҡы элек-электән ҡыр эштәрен тамамлағандан һуң, һабан туйына йыйылып, киләсәккә яңы бурыстар ҡуйған, баҫыу батырҙарын билдәләгән, киләһе уңышҡа әҙерләнгән. Ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған йола, үҙенең мәртәбәһен юғальтмай, оҙаҡ йылдар дауамында һәр ауылда, һәр ҡалала тиерлек үткәрелә. Башҡортостанда ла баҫыу эштәре тамамланыу менән һабантуйҙар ойошҡан рәүештә шау-гөр килеп үтте, быйыл бындай халыҡ байрамдары Рәсәйҙең күп кенә төбәктәрендә, хатта Берлинда ла ойошторолдо.
Ошо ял көндәре тыуған илебеҙҙең баш ҡалаһы Мәскәүҙә Турғайҙар тауында (Воробьевы горы) “Һабантуй-2010” байрамы үтте. Һуңғы йылдарҙа матур йолаға әйләнгән байрамда Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһе башҡорттары, ҡала ҡунаҡтары һәм мәскәүлеләр ҡатнашты. Башҡорт халҡының йыр-моңона, бейеүҙәренә, ҡурай моңона, милли сәнғәтенә, мәҙәниәтенә һыуһаған милләттәштәребеҙ иртә менән байрамса биҙәлгән һәм башҡорт көйҙәренә сорналған һабантуй яланына ашыҡты. Ысынлап та, республикабыҙҙан ситтә йәшәгән милләттәштәр ҡан-ҡәрҙәштәре менән осрашыуға ҙур тулҡынланыу менән килде.
Мәскәү һабантуйын асыу тантанаһында федераль власть органдары, Мәскәү ҡалаһы һәм Татарстан Республикаһы вәкилдәре, улар араһында Федерация Советы рәйесенең беренсе урынбаҫары Александр Торшин, Дәүләт Думаһы Рәйесенең беренсе урынбаҫары Олег Морозов, Башҡортостандан Федерация Советы ағзаһы Рудик Исҡужин, беҙҙең республиканан Дәүләт Думаһы депутаты Спартак Әхмәтов һәм башҡалар ҡатнашты. 140-тан ашыу төрлө милләт вәкиле йәшәгән Мәскәүҙә башҡорттар матур итеп эшләй ҙә, матур итеп йәшәй ҙә, тип белдерҙе улар.
Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев тантанаға йыйылыусыларҙы “Һабантуй-2010” менән тәбрикләп, мәртәбәле йыйынға уңыштар теләне. Министр Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимовтың һабантуйҙа ҡатнашыусыларға ҡотлау сәләмен еткерҙе. Ҡотлауҙа күп йылдар дауамында башҡорттар төрлө милләт халҡы менән дуҫлыҡта һәм татыулыҡта йәшәүе билдәләнә, быйылғы һабантуйҙың Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығы, III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡортостан Республикаһының дәүләт суверенитетын ҡабул итеүҙең 20 йыллығы йылында үткәрелеүе үтә мөһим булыуы хаҡында әйтелә.
Һабантуйҙа, шулай уҡ, Башҡортостан Республикаһының РФ Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Ғүмәров та ҡатнашты.
Министр республика етәкселеге һәм халҡы исеменән Мәскәүҙә һабантуй үткәреүгә мөмкинлек биргәне һәм һәр яҡлап ярҙам күрһәткәне өсөн Мәскәү етәкселегенә ҙур рәхмәтен еткерҙе.
Рәсми сығыштарҙан һуң “Һабантуй-2010” флагы күтәрелде.
Башҡортостандың тарихын, мәҙәниәтен, сәнғәтен мәскәүлеләргә күрһәтеү өсөн республиканың Күгәрсен, Мәләүез райондары һәм Салауат ҡалаһы вәкилдәре күп көс һалды, улар ҡунаҡтарҙы башҡорт халҡының милли аш-һыуы, көнкүреше менән яҡындан таныштырҙы.
Күгәрсен районы Мәскәү һабантуйында икенсе йыл рәттән ҡатнаша. Район мәҙәниәт һарайының “Гөрләүек” өлгөлө балалар бейеү ансамбле, “Ҡыҙыл мәсет” вокаль эстрада ансамбле, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Ғәзим Ильясов, Мәҙинә Булатова, баянсы Ринат Бәҙретдинов һәм башҡалар үҙҙәренең оҫталығын йыйылған халыҡҡа күрһәтте. Райондың этнографик музейы, башҡорт ихатаһы, ҡунаҡ тирмәһе һәр кемгә оҡшаны. Шулай уҡ Рәмил Хөснуллиндың ҡурайҙары, “Ҡырағай бал” яуаплылығы сикләнгән йәмғите (Р.Ғүмәров) алып килгән бал, Мәҡсүт ауылынан сыр заводы әйберҙәре, “Тәүәкән” ауыл хужалығы етештергән ҡымыҙ һәр кемгә хуш килде, ауыҙ иткәндән һуң халыҡ уларҙы яратып һатып алды. Күгәрсендәрҙең шәл, ойоҡбаштары ла мәскәүлеләргә оҡшаны. Мәләүез районы вәкилдәре лә Башҡортостандың тарихын, мәҙәниәтен сағылдырған эстәлекле бай күргәҙмә менән сығыш яһаны. Салауат ҡалаһы иһә төбәгебеҙҙең милли йолаларын күрһәтеп, тирмәгә инеүселәрҙе ҡымыҙ менән һыйланы.
Мәскәүлеләр шулай уҡ З.Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте китаптарын, “Ағиҙел” Башҡортостан художество кәсептәре“ дәүләт унитар предприятиеһы һәм Өфө ҡалаһының “Салауат” ательеһы етештергән әйберҙәрҙе яратып һатып алды.
Һабантуйға килеүселәр Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы, Сибай дәүләт филармонияһы, Стәрлетамаҡ дәүләт бейеү ансамбле артистарының сығыштарын яратып ҡабул итте, уларҙы ҡабат-ҡабат сәхнәгә саҡырып сығарҙы, алҡыштарға күмде, Нәзифә Ҡадырова, Флүрә Килдейәрова, Фәрит Бикбулатов йырҙарына ҡушылып йырланы.
Һабантуй кискә тиклем дауам итте, башҡорт йыр-моңона һыуһаған милләттәштәребеҙ тиҙ генә һабантуй яланын ташлап китергә ашыҡманы, рәхәтләнеп күңел асты, ҡымыҙҙан, балдан, буҙанан, сәк-сәктән ауыҙ итте.
Автор:Самат Ғәлин / фото: Азат Ғәфүров
Читайте нас: