18:44 (UTC+5), 06 Июля 2010

Башҡортостан Президенты Бөрө районында «Максимовка сусҡасылыҡ комплексы» йәмғиәтендә булды

Республиканың төньяғы буйлап эш сәфәре барышында Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов Бөрө районының Осиновка ҡасабаһындағы «Максимовка сусҡасылыҡ комплексы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен ҡараны. Был – һимертеү майҙансығы. Бындағы корпустарҙың береһендә алты мең башҡа яҡын сусҡа тотола. Республика башлығына әйтеүҙәренсә, туғыҙ корпустан торған төҙөлөүсе комплекс октябргә тиклем файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Яҡын киләсәктә сусҡаларҙың дөйөм иҫәбе 17 мең самаһы тәшкил итәсәк.
Комплекста мал аҙығы һәм һыу таратыу тулыһынса автоматлаштырылған, ҡул хеҙмәте юҡ тиерлек. Предприятие йәнә һуйыу, эшкәртеү цехын, шулай уҡ генетик һәм селекцион-гибрид комплекстарын төҙөүҙе планлаштыра.
Мортаза Рәхимов комплекстың мал аҙығы базаһы торошо менән ҡыҙыҡһынды. Президентҡа мал аҙығы менән проблемалар булмауы хаҡында һөйләнеләр, өҫтәүенә, предприятие мал аҙығын үҙе етештереүгә тотонасаҡ. Ә дөйөм алғанда Максимовка сусҡасылыҡ комплексының үҫеш программаһы мал иҫәбен 500 меңгә еткереүҙе күҙаллай. Әлеге ваҡытта комплекс Яңы Өфө ит комбинатына, Туймазының «Сава» комбинатына, шулай уҡ Ҡырмыҫҡалы районының ит эшкәртеү цехына сусҡалар оҙата.
БР Президенты Бөрөлә йәнә бассейны һәм спорт залы булған физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлөшөнөң барышы менән танышты. Уның төҙөлөшө Бөрөнөң 350 йыллығы сиктәрендә алып барыла, юбилей 2013 йылда билдәләнәсәк. Комплекс төҙөлөшө уҙған йылдың көҙөндә башланған. Әлеге ваҡытта төҙөлөш майҙанына яңы подрядсы —СУ-10 яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте килгән. Төҙөүселәр Республика Көнөнә ҡарата эштәрҙең байтаҡ өлөшө тамамланасаҡ, тип вәғәҙәләй. Бының өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика