04:36 (UTC+5), 02 Июля 2010

Мортаза Рәхимов Роскомнадзор етәксеһе Сергей Ситников менән осрашты

БР Президентының матбуғат хеҙмәте
1 июлдә Республика йортонда Башҡортостан Республикаһы Президенты М.Ғ. Рәхимов Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе С.К. Ситников менән эш осрашыуы үткәрҙе.
Осрашыуҙа Сергей Ситников Башҡортостан Президентын Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһындағы идаралығының яңы етәксеһе Ш. Ә. Хәсәнов менән таныштырҙы. М.Ғ. Рәхимов Ш.Ә. Хәсәновты яуаплы вазифаға тәғәйенләнеүе менән ҡотланы һәм эшендә уңыштар теләне.
Башҡортостан Президенты М.Ғ. Рәхимов, республика менән Роскомнадзор араһындағы партнерлыҡ мөнәсәбәттәре, конструктив хеҙмәттәшлек һаҡланып ҡалыр, шулай уҡ киләсәктә лә уңышлы үҫер, тигән ышаныс белдерҙе.
Осрашыуҙа шулай уҡ халыҡҡа дәүләт хеҙмәттәрен электрон юл менән күрһәтеү мәсьәләләре тикшерелде, Башҡортостан территорияһында “Электрон Рәсәй (2002 – 2010 йылдар)” айырым маҡсатлы федераль программаһының тормошҡа ашырылыу барышы ҡаралды, һанлы телетапшырыуҙарға күсеү мәсьәләләре күтәрелде.
Белешмә
Хәсәнов Шамил Әғләм улы 1972 йылда Зарафшан ҡалаһында (Үзбәкстан) тыуған. Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлаған.
1997 – 1999 йылдарҙа - Өфө дәүләт авиация техник университеты ҡарамағындағы Башҡортостан төбәк яңы мәғлүмәт технологиялары үҙәгенең инженер-программисы.
1999 - 2007 йылдарҙа киң мәғлүмәт саралары өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү функцияларын тормошҡа ашырыусы федераль башҡарма власть органының территориаль идаралыҡтарында эшләй.
2007 - 2008 йылдарҙа - Киң коммуникациялар, элемтә һәм мәҙәни мираҫты һаҡлау өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Ханты-Манси автономиялы округы – Югра буйынса идаралығы етәксеһе.
2008 - 2009 йылдарҙа - элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар буйынса федераль хеҙмәттең Ханты-Манси автономиялы округы – Югра һәм Ямал-Ненец автономиялы округы буйынса идаралығы етәксеһе.
2010 йылдың июнендә Роскомнадзорҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе итеп тәғәйенләнә.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика