11:17 (UTC+5), 02 Июля 2010

Ижевскиҙа федераль һабантуй башлана

Марина Шумилова
Бөгөн Удмуртия баш ҡалаһында федераль һабантуй башлана. Быйыл 250 йыллығын билдәләүсе Ижевск тәүге тапҡыр үҙендә федераль кимәлдә һабан байрамын үткәрә. Электрон киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, унда Рәсәйҙең 40 төбәгенән делегациялар ҡатнашыуы көтөлә.
Байрамдың төп майҙансыҡтары булып был мөһим ваҡиға алдынан реконструкцияланған ҡала ипподромы һәм Киров исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы торасаҡ. Асыу тантанаһы "Купол" стадионында үтәсәк. Һабантуйҙың спорт программаһында 20-нән ашыу ярыш төрө ҡаралған. Уның кульминацияһы булып милли көрәш буйынса ярыштар торасаҡ. Ипподромда ат сабыштары үтәсәк. Ат сабыштарында ҡатнашыусыларҙың яртыһынан ашыуы — Удмуртия вәкилдәре, шулай уҡ ярышҡа күрше төбәктәрҙән дә, Башҡортостанды ла индереп, арғымаҡтар киләсәк. Ат сабыштарының дөйөм приз фонды – 400 мең һум, быға өҫтәп Удмуртия Президентынан төп приз – ВАЗ автомобиле.
Һабантуйҙы ойоштороусылар, байрам тәүлектән ашыу —2 июль кистән алып 4 июль иртәһенә тиклем барасаҡ, тиҙәр. Уның киң спорт һәм мәҙәни программаһы өсөн бөтәһе туғыҙ майҙансыҡ йәлеп ителәсәк. Федераль һабантуйҙа 50 меңдән ашыу кеше ҡатнашасаҡ, тип күҙаллана.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика