14:01 (UTC+5), 30 Июня 2010

Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов эш сәфәре менән Федоровка районында

Ғәлиә Нәбиева, Юлай Мәғсүмов
Бөгөн Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов эш сәфәре менән Федоровка районында йөрөй. Уны БР Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе, «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһенең төбәк политсоветы секретары Константин Толкачев һәм БР төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры Рауил Ибәтуллин оҙатып йөрөй.
Мал аҙығы әҙерләү барышы менән танышыуҙы төбәк етәксеһе «Кузьминовка» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенән башланы. Бында балйыйырҙан - бесән һәм сенаж, люцерна һәм күстерәнән үлән ҡатнашмаһы әҙерләйҙәр. Федоровка районы Башҡортостандың быйыл ҡоролоҡтан зыян күргән бихисап территориялары иҫәбенә инә. Был мал аҙығы культураларының түбән уңышына килтергән. Федоровка районында сабылған йәшел масса гектарына 30-35 центнер кимәлендә һаҡланған, айырым баҫыуҙарҙа бер урауҙа 40 центнерға етә. «Кузьминовка» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә мал аҙығы әҙерләү «Башҡорт» машина-технологик станцияһы көстәре менән алып барыла. Үлән сабыуға ике «Полесье» комбайны, бер үҙйөрөшлө урғыс һәм пресс-йыйғыс йәлеп ителгән. “Кузьминовка” эшсәндәре мал аҙығын үҙенең транспорты менән ташып ала.
Федоровка аграрийҙары менән әңгәмәләшкәндә Башҡортостан Президенты иғтибарын мал аҙығы әҙерләү кампанияһы проблемаларына йүнәлтте.
— Республиканың башҡа райондарында ҡоролоҡ менән бәйле эштәр уғата киҫкен тора, - тине Мортаза Рәхимов. – Әммә был төшөнкөлөккә бирелеүгә сәбәп түгел. Мал аҙығын әҙерләүҙе оптималь ваҡытта һәм мөмкин тиклем һөҙөмтәле үткәреү өсөн бөгөн хужалыҡта булған бар ресурстарҙы һәм көстәрҙе йәлеп итергә кәрәк.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика