Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.99
+0.06
98.78
-0.12
83.96
+0.69
4+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
28 Июнь 2010, 15:53

Раил Сарбаев Швейцария делегацияһы менән һөйләшеүҙәр үткәрҙе

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев республикаға эш сәфәре менән килгән Швейцария делегацияһы менән осрашты.
Уны Швейцария Конфедерацияһының Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы Илсеһе Вальтер Бруно Гигер етәкләй. Был уның Башҡортостанға беренсе сәфәре.
— Ул уңышлы булыр, тип ышанам, — тине Премьер-министр, ҡунаҡты сәләмләп.
— Илдәребеҙ араһында үҙ-ара яҡшы мөнәсәбәттәр һалынған, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды әңгәмә барышында Гигер әфәнде. — Швейцария Рәсәй төбәктәре менән мөнәсәбәттәрҙе нығытырға ниәтләй. Башҡортостан, иҡтисади ҡеүәте арҡаһында, айырым иҫәптә тора, — тип белдерҙе дипломат.
Раил Сарбаев та хеҙмәттәшлекте артабан нығытыуға үҙенең ҡыҙыҡһыныусанлығын белдерҙе. Етмәһә, тип билдәләне Премьер, «Швейцария менән тышҡы сауҙа әйләнеше күләме яҡшыртыуҙы талап итә. Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса ул ни бары 3,5 миллион АҠШ доллары тәшкил итте. 2010 йылдың 4 айында — ике миллион долларҙан ашыуыраҡ».
Иң перспективалы йүнәлештәр араһында БР Хөкүмәте Премьер-министры ағас эшкәртеү, һаулыҡ һаҡлау һәм фармацевтика сәнәғәтендәге проекттарҙы атаны. Шулай уҡ банк-ара өлкәлә, агросәнәғәт комплексында, бәләкәй һәм урта бизнес линияһы буйынса инвестицион хеҙмәттәшлек тураһында ла һүҙ алып барылды. Швейцариянан юғары технологияларҙы уңышлы индереү өлгөһө итеп Раил Сарбаев Швейцария ҡорамалдары ҡуйылған Өфө трансформатор заводын атаны.
Башҡортостан Швейцария менән Рәсәй һәм Швейцария Конфедерацияһы араһында сауҙа һәм иҡтисади хеҙмәттәшлек буйынса Ҡатнаш хөкүмәт-ара комиссия линияһы буйынса уңышлы хеҙмәттәшлек итә. Швейцария менән төбәк-ара хеҙмәттәшлек буйынса Эшсе төркөмдөң Рәсәй яғын БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары —финанс министры Айрат Ғәскәров етәкләй.
Башҡортостандың инвестицион проекттары менән Швейцария делегацияһы вәкилдәре махсус презентация ваҡытында ентекле танышасаҡ. Сәфәр сиктәрендә ҡунаҡтар Өфө трансформатор заводына, «Алексеевка» совхозына, Башҡорт дәүләт университетына барырға планланлаштыра.
Автор:Сергей Захаров
Читайте нас: