04:00 (UTC+5), 27 Июнь 2010

Йәштәр көнө менән!

“Башинформ”
Бөгөн Рәсәйҙә Йәштәр көнө билдәләнә. Ошо айҡанлы Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов йәштәргә ҡотлау ебәрҙе. Унда шулай тиелә:
«Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙҙе бик матур байрам – Йәштәр көнө менән ихлас ҡотлайым! Ул йәшлек, матурлыҡ, дәрт һәм өмөт символы булып тора, сөнки Тыуған илебеҙҙең киләсәге, уның сәскә атыуы һәм именлеге тап һеҙгә һәм һеҙҙең эшмәкәрлегегеҙгә бәйләнгән!
Башҡортостан халҡының сирегенән ашыуын йәштәр тәшкил итә. Бөгөн ул һәр яҡлап белем, ныҡышмалылыҡ һәм эшкә һәләтлелек талап итеүсе оло тормошҡа аяҡ баҫа. Шуныһы ҡыуаныслы, йәштәрҙең инициативалылығы, новаторлыҡ идеялары арҡаһында республикабыҙ даими үҫешә, матурая һәм замансараҡ була бара. Йәш быуындың иң яҡшы вәкилдәре Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара ғилми, ижади конкурстарҙа, олимпиадаларҙа, проекттарҙа, күргәҙмәләрҙә һәм ярыштарҙа ҙур уңыштарға өлгәшә.
Беҙҙә йәштәрҙең һәр яҡлап, интеллектуаль һәм рухи үҫеше өсөн бөтә шарттар булдырылған. «Йәштәр – Башҡортостан Республикаһының стратегик ресурсы» концепцияһы ҡабул ителгән һәм тормошҡа ашырыла. Сифатлы белем алыу өсөн мөмкинлектәр киңәйә. Балалар һәм йәштәр йәмәғәт ойошмалары, үҫмерҙәр клубтары һәм үҙәктәре әүҙем эшләй. Йәш ғаиләләргә ярҙамға ҙур иғтибар бирелә. Быйыл Беренсе башҡорт йәштәре ҡоролтайы үткәреү әһәмиәтле ваҡиға булды, ул, һис шикһеҙ, республика тарихына инеп ҡаласаҡ.
Ҡәҙерле егеттәр һәм ҡыҙҙар! Йәштәр көнөндә һеҙгә киләсәгегеҙ бәхетле һәм ижади, изге уйҙар һәм ҡыҙыҡлы эштәр менән тулы булыуын теләйем. Ныҡлы һаулыҡ һәм именлек, ижади үҫеш, бөтмәҫ дәрт һәм рух күтәренкелеге Һеҙгә.
Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ һәм һеҙгә ышанабыҙ!
Башҡортостан Республикаһы Президенты М.Рәхимов».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика