04:45 (UTC+5), 24 Июня 2010

Сәлиә Мырҙабаева Белоретта балалар поликлиникаһы төҙөлөшөн контролгә ала

Айгөл Кирамова
22 июндә Белоретҡа Дәүләт Думаһы депутаты, Һаулыҡты һаҡлау буйынса комитет ағзаһы Сәлиә Мырҙабаева килде, уның сәфәренең маҡсаты ҡала һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының эше менән танышыу булды. Депутат үҙ маршрутында иң элек төҙөлөп ятҡан, көнөнә 300 кеше ҡабул итеүгә иҫәпләнгән балалар поликлиникаһына барҙы. Уны былтыр уҡ сафҡа индерергә планлаштырылғайны, әммә көрсөк арҡаһында килеп тыуған финанс етешмәүе һөҙөмтәһендә төҙөлөш туҡтатылғайны.
Әҙер тиерлек объект сираттағы һаҡаллы төҙөлөшкә әүерелеүе ихтимал ине, ләкин республика етәкселеге төҙөлөштө финанслау буйынса кәрәкле саралар күрҙе. Сәлиә Мырҙабаева балалар поликлиникаһы төҙөлөшөн үҙ контроленә алырға вәғәҙә итте һәм, Республика көнөнә ул бәләкәй пациенттар алдында үҙ ишектәрен киң асыр, тигән ышаныс белдерҙе.
Хәҙерге ваҡытта бинала төҙөлөш эштәре тамамланған тиерлек. Бөгөн объектта биналарҙы эске биҙәү эштәре алып барыла. Белорет районы хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Илгиз Тләүбаев билдәләүенсә, яңы поликлиника ҡаланың бәләкәй граждандарын медицина хеҙмәтләндереүе проблемаһын тулыһынса хәл итәсәк. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, унда врач, диагностика һәм башҡа ҡәҙимге кабинеттар ғына түгел, шулай уҡ һыу менән дауалау бүлмәһе лә урын аласаҡ. Хәҙерге заман стандарттарына тап килгән поликлиника штаты төҙөлгән дә инде.
Һуңынан Дәүләт Думаһы депутаты психоневрология диспансерына барҙы һәм коллегалары менән был учреждениеның артабанғы эш мәсьәләләрен тикшерҙе. Диспансер 169 ауырыуға иҫәпләнгән һәм һуңғы ун йылда Белорет районынан ғына түгел, яҡындағы райондарҙан да пациенттарҙы ҡабул итә.
Сәфәренең аҙағында Сәлиә Мырҙабаева район-ара перинаталь үҙәк статусына эйә булған Белорет бала табыу йортоноң эше менән дә танышты. Комплекс составына перинаталь үҙәк, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы, гинекология һәм бала табыу бүлексәләре инә, ул бөтә Урал аръяғы төбәгенән ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡабул итә. Бала табыу йорто сиктән тыш бәләкәй ауырлыҡтағы етлекмәгән балаларҙы тәрбиәләп аяҡҡа баҫтырыу өсөн иң заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика