Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
-0.36
98.56
-0.08
82.82
-0.85
4+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
24 Июнь 2010, 11:44

Раил Сарбаев федераль министрлыҡтарҙа осрашыуҙар үткәрҙе

2010 йылдың 22 июнендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев Мәскәүҙә осрашыуҙар үткәрҙе. РФ Транспорт министрлығында ауыл юлдары төҙөлөшөнә өҫтәмә субсидиялар бүлеү тураһында һөйләшеү алып барылды. Был мәсьәлә бөгөн айырыуса актуаль. Ауыл юлдарын тәртиптә тотоу һәм ремонтлау темаһы май айында Башҡортостан парламенты ултырышында ла күтәрелгәйне.
2008 йылда, бюджет профицит менән үтәлгәс, 2008 йылдың 22 авгусында БР Хөкүмәтенең юлдарҙы тотоуға аҡсалата сығымдар нормативы тураһында 290-сы ҡарары ҡабул ителгәйне. Тотош республика буйынса был сумма 12 миллиард һумдан ашыу тәшкил иткәйне – был булған бөтә юлдар нормативтары буйынса тәртиптә тотоуға һәм ағымдағы ремонтҡа ғына. Бөгөн иһә 1 миллиард 49 миллион һум күләмендә раҫланды. Шуның 233 миллион һумы – юлдарҙы ремонтлауға, 333 миллион һум тирәһе – уларҙы тәртиптә тотоуға.
Мөмкин тиклем средстволар бүленде, ләкин юлдарҙың торошо бөгөн күберәк финанслауҙы талап итә, тип билдәләне Раил Сарбаев. Ауыл юлдарына ғына, ә улар беҙҙә –25 мең километр самаһы, 5 миллиард 700 миллион һум самаһы кәрәк. Норматив буйынса, яҡындағы биш йылда бөтә юлдарҙы тейешле тәртипкә килтереү өсөн, йыл һайын 800-1000 километр оҙонлоғондағы юлдарҙы ремонтларға тейешбеҙ. Өҫтәмә субсидиялар бүлеү ремонтлаған ауыл юлдары һанын арттырырға ярҙам итәсәк.
Премьер-министр шулай уҡ Башҡортостанды Магнитогорск һәм Пермь менән тоташтырыусы юлдарҙы федераль милекселеккә тапшырыу механизмы хаҡында һөйләште.
Бынан тыш, Раил Сарбаев РФ Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығында осрашыуҙар үткәрҙе, уларҙа Башҡорт дәүләт медуниверситеты клиникаһы биналарының бер өлөшөн – терапияны, ике балалар бүлексәһен, бала табыу йортон — федераль милекселектән муниципаль милекселеккә күсереү мәсьәләһе тикшерелде. Был республика халҡына тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү мәсьәләһен хәл итергә ярҙам итәсәк.
Рәсәйҙең спорт, туризм һәм йәштәр сәйәсәте министры Виталий Мутко менән бер аҙна элек министрлыҡтың департамент директоры Елена Владимирская менән осрашыуҙа башланған һөйләшеү дауам иттерелде. Башҡортостан физкультура һәм спорт институтын үҫтереү перспективалары тикшерелде, ул үҙ аллы юғары уҡыу йорто статусы алырға тейеш.
Осрашыуҙа шулай уҡ буласаҡ спорт әҙерлеге үҙәге тураһында ла һүҙ алып барылды. Бөгөн комплекстың макеты тулыһынса әҙер, үҙәктең дөйөм майҙаны 30230 квадрат метр буласаҡ, 14 гектарға яҡын ер участкаһы бүленгән. Проектты финанслауҙы федераль хөкүмәттең айырым ҡарары сиктәрендә һалырға планлаштырыла.
Автор:"Башинформ"
Читайте нас: