12:38 (UTC+5), 23 Июня 2010

Өфө халҡы «Мине онотма» социаль-патриотик акцияһына йыйылды

Евгений Рәхимҡолов
Өфөнөң Еңеү паркында 22 июндә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығына арналған «Мине онотма» социаль-патриотик акцияһы үтте. Акцияны «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы ойошторҙо. 6 майҙа уҡ, Еңеү көнөн байрам итер алдынан ул республикабыҙ халҡына Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында ҡатнашҡан туғандарының фотографияларын, улар тураһында мәғлүмәттәр ебәреүҙәрен һорап мөрәжәғәт иткәйне. Был материалдар компанияның рәсми сайттарында урынлаштырылды һәм был эш әле лә дауам итә.
— Акция тураһында мәғлүмәтте таратыу өсөн беҙ БЮТ телеканалын, «Башҡортостан радиоһы» һәм «Спутник FM» радио каналдарын файҙаландыҡ, шулай уҡ ярҙам һорап республика, ҡала һәм район гәзиттәренә мөрәжәғәт иттек, — тип һөйләй проект координаторҙарының береһе Татьяна Сатарова. – Аҡрынлап халыҡта ҡыҙыҡһыныу һәм был акцияға иғтибар уяттыҡ. Әгәр тәүге осорҙа беҙгә көнөнә 70-ләп хат килһә, хәҙер иһә уларҙың иҫәбе 300 – 500-гә барып етте.
Ойоштороусыларҙың уйынса, был акция һөҙөмтәһендә фронтовиктар тураһында берҙәм республика мәғлүмәттәр базаһы булдырылырға тейеш, уның менән тарихсылар, журналистар һәм һәләк булғандарҙың туғандары файҙалана алыр ине.
Бынан тыш, һуғыш йылдарында Башҡортостандан фронтҡа китеүселәрҙән 127 меңе хәбәрһеҙ юғалған. Һәм улар ҙа киләһе быуындар хәтерендә һаҡланыуға лайыҡ. Был кешеләр тураһында мәғлүмәт йыйыуға республиканың эҙәрмәндәр отрядтары ла булышлыҡ итә.
«Башҡортостан» телерадиокомпанияһы һуңынан фронтовиктарҙың был фотографияларын Республика Хәрби Дан музейына тапшырырға планлаштыра. Ахыр килеп, акцияны ойоштороусылар Еңеү паркында стационар Аллея булдырырға теләй – теләгән бер кеше бында килеп, илебеҙ өсөн Еңеү яулаусы кешеләрҙең йөҙҙәрен күрә алһын өсөн. Әлегә Өфөлә бындай аллея юҡ. Телерадиокомпания артабан да бындай хәтер акцияларын үткәрергә планлаштыра, уларҙың сираттағыһы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 66 йыллығын байрам итеүгә ҡарата ойоштороласаҡ.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика