Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.57
+0.16
93.26
+0.09
80.51
-1.86
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
22 Июнь 2010, 18:57

Өфөлә Еңеү паркында Хәтер һәм ҡайғы көнөнә арналған тантана үтте

Өфөлә Еңеү паркында Хәтер һәм ҡайғы көнөнә арналған тантана үтте. Унда Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм тыл эшсәндәре, власть органдары һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, Башҡортостан Республикаһының Эҙәрмәндәр отрядтары фонды яугирҙары һәм әлегә тиклем хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнгән ҡыҙылармеецтарҙың туғандары ҡатнашты.
1941 йылдың 22 июне – Рәсәй тарихында иң ҡайғылы даталарҙың береһе. Был көндө Бөйөк Ватан һуғышы башланған. Был көндө яу яланында батырҙарса һәләк булғандарҙы, фашистар тотҡононда ыҙа сиккәндәрҙе, тылда аслыҡтан һәм мәхрүмселектән вафат булғандарҙы, Ватанды һаҡлау бурысын үтәп, үҙ ғүмерен ҡорбан итеүселәрҙең барыһын да иҫкә алалар. Тантанала ҡатнашыусылар уларҙы бер минут тын тороп хәтергә алды.
Шул уҡ ваҡытта был көн совет халҡының фиҙакәр батырлығының башы ла булды. Башҡортостандан яуға киткән 700 мең улынан 200 меңе, шул иҫәптән үлгәндән һуң да, орден һәм миҙалдар менән наградланды. 278 кеше Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булды, 35-е Дан орденының тулы кавалерҙары булды. Тыл эшсәндәренән йөҙәрләгән алдынғыларға ордендар тапшырылды, 420 мең кеше «1941-1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышындағы маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалдары менән наградланды. Мәңгелек ут һәм Александр Матросов менән Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин һәйкәле алдында яңғыраған был мәғлүмәттәр Башҡорт АССР-ының Еңеүгә индергән баһалап бөткөһөҙ өлөшөн сағылдырҙы.
«Күптән түгел генә Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығын билдәләнек. Ул саҡта халҡыбыҙҙы бер ни менән дә теҙ сүктереп булмауы хаҡында күп әйтелде, һәм һеҙ, хөрмәтле ветерандарыбыҙ, быға тере дәлилһегеҙ, — тине, митингта ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт итеп, Башҡортостан Республикаһы йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министры урынбаҫары Салауат Сәғитов. – 22 июнь – барыһы ла иҫтә тоторға тейешле дата. Был көндө сығарылыш кисәләренән һуң әлеге кеүек үҫмер егеттәр фронтҡа китте. Һәм үҙенән дә көслөрәк рухлы халыҡ булмауын иҫбатланы. Быны фронтта ла, тылда ла иҫбатланы улар». Йәштәр исеменән ул баш өҫтөндәге аяҙ күк өсөн ветерандарға рәхмәт белдерҙе.
Ветерандар исеменән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы Жәүит Хузеев сығыш яһаны. Ул тылдың мөһим ролен билдәләне. Тыл фронтовиктарҙы ҡорал һәм боеприпастар, шулай уҡ аҙыҡ-түлек продукттары менән тәьмин итеп кенә ҡалманы, шулай уҡ фронт өсөн тулыландырыу ҙа әҙерләне. «Һуғыш сиктән тыш ауыр булды, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул. – Ләкин халҡыбыҙ, 27 миллион ғүмерен ҡорбан итеп булһа ла, бөтә яфаларҙы еңеп сыҡты. Һәләк булыусыларға мәңгелек хәтер һәм еңеүселәргә дан!»
Митингыла хәбәр ителеүенсә, Башҡортостандан ғына 127 400 хәрби хеҙмәткәр хәбәрһеҙ юғалған, уларҙың күбеһенең яҙмышы әле булһа билдәләнмәгән. Ләкин эҙәрмәндәр отрядтарынан балаларҙың фиҙакәр эше һөҙөмтәһендә уларҙың исемдәре һәм яҙмыштары асыҡлана.
Башҡортостан Республикаһының төбәк йәмәғәт Эҙәрмәндәр отрядтары фонды Советы рәйесе Илдар Бикбаев Рәсәйҙең бөтә эҙәрмәндәре исеменән ветерандарҙы, хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегендә бер һалдат та ҡалмағанға тиклем эҙләнеү эштәрен дауам итәсәкбеҙ, тип ышандырҙы.
Һуңынан Мәңгелек утҡа сәскәләр һалыу тантанаһы үтте.
Еңеү паркында был көндө эҙәрмәндәр отрядтарының трофейҙары: һуғыштар үткән урында табылған каскалар, снарядтар, миналар, гусеницалы танкылар элементтары һәм башҡа әйберҙәр күрһәтелде. Республика Хәрби Дан музейында Башҡортостандың эҙәрмәндәр отрядтары үткәргән һуңғы экспедицияларға арналған матбуғат конференцияһы, шулай уҡ хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнгән, Өфөнән саҡырылған һалдаттарға һәм офицерҙарға арналған “Хәтер. 1941-1945. Өфө” («Память. 1941-1945. Уфа») китабын презентациялау үткәрелде.
Автор:Николай Ермоленко
Читайте нас: