Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.41
-1.14
93.17
-1.2
81.31
-1.06
12+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
21 Июнь 2010, 15:46

Мәсетлеләрҙең урындағы үҙидараны ойоштороу тәжрибәһе менән уртаҡлаштылар

Свердловск өлкәһе муниципалитеттары етәкселәре делегацияһы ошо көндәрҙә Мәсетле районында булып китте. Уның составына Первоуральск ҡала округы хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе Азат Борханов, шулай уҡ Первоуральск ҡала округының ауыл территориаль идаралыҡтары башлыҡтары — Кузинск ауыл территориаль идаралығы башлығы Николай Ерохин, Билембай ауыл территориаль идаралығы башлығы Алик Истамғолов, Новоуткинск ауыл территориаль идаралығы башлығы Евгений Кукаркин, Новоалексеевск ауыл территориаль идаралығы башлығы Николай Лесун инде. Свердловск өлкәһе вәкилдәре мәсетлеләрҙең урындағы үҙидараны ойоштороу тәжрибәһен өйрәнергә килгән.
Күршеләрҙе Мәсетле районы сигендә ҡаршы алдылар. Делегация Оло Ыҡтамаҡ, Абдулла ауыл Советтары ауыл биләмәләре хакимиәттәренең эше менән танышты, социаль өлкә, мәҙәниәт объекттарына, шулай уҡ «Ҡарағай» санаторийына һәм ата-әсәләре менән балалар өсөн республика пульмонология санаторийына барҙы. Район буйлап сәфәрҙә уларҙы муниципаль район Советы секретары Альберт Сәғҙәтов оҙатып йөрөнө.
Свердловскиҙар Мәсетле районында ауылдарҙы төҙөкләндереүгә ҙур иғтибар бүленеүен билдәләне. Күрше төбәк муниципалитеттары етәкселәре территориаль йәмәғәт үҙидаралыҡтары эше, ауылдарҙа старосталарҙың, шулай уҡ йәмәғәт берекмәләренең эшмәкәрлеге менән танышты.
Автор:Марина Шумилова
Читайте нас: