11:00 (UTC+5), 21 Июня 2010

Етем балаларға һөнәри белем биреү өҫтөнлөклө йүнәлеш буласаҡ

Алтын Аҡылова
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте йортонда БР Хөкүмәте Аппаратының мәғариф һәм фән бүлеге мөдире Альберт Ҡорманов етәкселегендә республиканың балалар йорттарынан сығыусыларҙы һөнәри белем биреү учреждениеларына урынлаштырыу мәсьәләһе буйынса кәңәшмә үткәрелде.
Кәңәшмәгә БР Мәғариф министрлығының профессиональ белем биреү бүлектәре начальниктары, етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар өсөн дәүләт учреждениелары директорҙары саҡырылды.
«Балалар йорттары һәм уларҙа тәрбиәләнеүселәр проблемаларын хәл итеүгә республика етәкселеге тарафынан ҙур иғтибар бүленә. Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙың хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен яҡлау мәсьәләләре күптән түгел Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында тикшерелде, унда БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев был категория балаларҙы интернаттан сыҡҡас мотлаҡ күҙәтеүгә алыуҙы тәьмин итеүҙә башҡарма власть органдарының ведомство-ара эш итеүен көсәйтеү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды», – тип билдәләне Альберт Ҡорманов.
Республикала, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәктәпте тамамлаусы бер бала ла урта махсус йәки юғары уҡыу йортона барырға планлаштырмаған балалар йорттары бар, тип айырып билдәләнде. «Ҡайҙа булһа ла урынлаштырылһа, булды» принцибынан сығып эш иткән бындай ҡарашты мотлаҡ ҡайтанан ҡарарға кәрәк. Балалар йорттары хакимиәттәре эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәренең береһе булып тәрбиәләнеүселәрҙә ныҡлы тормош позицияһы, аҙаҡтан хеҙмәт баҙарында уларҙың талап ителеүен тәьмин итерлек һөнәри белем алыу кәрәклеген аңлау тәрбиәләү торорға тейеш. Бөгөн республикала йәштәребеҙ бөтә кимәлдәрҙә лә сифатлы белем алыу мөмкинлегенә эйә булһын өсөн күп эшләнә. Был процестан етем балалар ситтә ҡалмаҫҡа тейеш. Етмәһә, дәүләт тарафынан улар өсөн урта махсус һәм юғары уҡыу йорттарына ингәндә махсус льготалы шарттар ҡаралған.
Фекер алышҡандан һуң кәңәшмәлә ҡатнашыусылар алдына тәғәйен бурыс ҡуйылды – балалар йорттарынан сығыусыларҙың шәхси һәләттәрен һәм мөмкинлектәрен иҫәпкә алып, уларҙың барыһын да профессиональ белем биреү учреждениеларына уҡырға индереүҙе тәьмин итергә.
БР Мәғариф министрлығына балалар йорттары етәкселәренә уҡыусыларға һөнәри йүнәлеш биреү мәсьәләһендә ойоштороу һәм мәғлүмәт ярҙамы күрһәтергә йөкмәтелде.
1 из 2
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика