12:31 (UTC+5), 18 Июня 2010

Башҡортостан делегацияһы Петербург һабантуйында ҡатнашасаҡ

Евгений Рәхимҡолов
Ленинград өлкәһенең Всеволжск районы Сярьги ҡасабаһында «Һабантуй — 2010» байрамы үткәреләсәк. Был сараны «Петербург Һабантуйы» Фонды ойоштора.
Төрлө йәштәге, төрлө милләт һәм төрлө дин тотҡан кешеләрҙе берләштергән был байрамда илебеҙ төбәктәренән, шул иҫәптән республикабыҙҙан делегациялар ҡатнашасаҡ.
Байрам программаһында милли-мәҙәни үҙәктәр тарафынан әҙерләнгән проекттар ҡаралған. Улар иҫәбендә башҡорт тирмәһен, татар ауылын презентациялау, милли аш-һыуҙарҙы тәмләп ҡарау. Шулай уҡ «Һабантуй — 2010» сиктәрендә спорт ярыштары үтәсәк. Байрам ҡунаҡтары өсөн башҡорт балын, сувенирҙар, декоратив биҙәү-ҡулланма сәнғәте изделиеларын һатыу ойоштороласаҡ.
Петербург Һабантуйы күптән инде мәҙәни традициялар хазинаһына әйләнгән. Был байрамда башҡорт һәм татарҙар ғына түгел, башҡа бик күп милләт вәкилдәре лә ҡатнаша. 2003 йылда Һабантуй ЮНЕСКО-ның кешелектең телдән һәм матди булмаған шедеврҙары исемлегенә индерелде, ә 2004 йылда Санкт-Петербург властары байрамға дөйөм ҡала статусы биреү тураһында ҡарар ҡабул итте.
«Һабантуй — 2010»ды үткәреү 26 июнгә планлаштырылған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика