Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.57
+0.16
93.26
+0.09
80.51
-1.86
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
16 Июнь 2010, 11:40

Мортаза Рәхимов Волга буйы федераль округы Советы ултырышында ҡатнашасаҡ

Бөгөн Һамарҙа Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы Советы ултырышында ҡатнашасаҡ.
Рәсәй Федерацияһы Президенты Дмитрий Медведевтың граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү һәм социаль йүнәлешле йәмәғәт берекмәләрен һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙы яҡлау буйынса Мөрәжәғәтнамәһен тормошҡа ашырыу мәсьәләләре ҡараласаҡ.
Округ Советы ултырышында Волга буйы төбәктәре етәкселәре, сәйәси партиялар вәкилдәре, Волга буйы федераль округынан Рәсәй Йәмәғәт палатаһы ағзалары ҡатнашасаҡ.
Округ Советы ултырышы 14 сәғәттә (Өфө ваҡыты менән) башлана һәм РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле рәсми сайтының Интернет-телевизион каналында күрһәтеләсәк.
Автор:"Башинформ"
Читайте нас: