04:23 (UTC+5), 11 Июня 2010

«Урал» галереяһында «Болгариянан - һөйөү менән» күргәҙмәһе асылды

Алик Аллаяров
«Болгариянан - һөйөү менән». Кисә «Урал» галереяһында асылған күргәҙмә шулай атала. Унда рәссам Корнелия Маргандың - Неля Мерзабекованың псевдонимы - 25 эше тәҡдим ителгән. Нәйлә Мәргән ҡыҙының яҙмышы ҡыҙыҡлы. Ул Ырымбурҙа тыуған башҡорт, әле Болгарияла йәшәй. Дунай аръяғында төпләнһә лә, Корнелия Марган рухы һәм ижади фекерләүе менән ватандашыбыҙ булып ҡала. Тап шуға ла «Башҡортостан-Болгария» дуҫлыҡ берекмәһе ярҙамында Өфөлә ойошторолған экспозицияла Болгарияныҡы менән бергә Рәсәй һәм Башҡортостан пейзаждары урын алған. «Диңгеҙ симфонияһы», «Мәскәү йылғаһы», «Ҡышҡыһын Нева», «Ағиҙел буйында» һәм башҡалар. «Салауат. Йыр яралыуы» картинаһы күргәҙмәлә айырым урын алып тора. Милли герой, полководец һәм юлбашсының бик үҙенсәлекле һүрәтләнеше был. Бында Салават Юлаев ялҡынлы һәм хисле шәхес итеп күрһәтелгән. Авторҙың III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына бағышланған күргәҙмәһе ике аҙна дауам итәсәк.
1 из 12
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика