Вторник, 14 Апреля 2026
|
Уфа
+12 °С
05:35 (UTC+5), 11 Июня 2010

Фирҙәүес Хисаметдинова: милләт алға бара

Марина Шумилова
— III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайындағы тәүге ике доклад уҡ –Башҡортостан Президентының һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесенең – I һәм II Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайҙарынан һуң үткән осорҙа башҡорттарҙың ярайһы уҡ эш башҡарыуын күрһәтте, — тип журналистар менән Өфөлә барған халыҡ-ара форумдың тәүге көнө тураһында тәьҫораттары менән уртаҡлашты Ҡоролтай делегаты, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Фирҙәүес Хисаметдинова.
– Беренсенән, форумда туған телен белмәгән кешеләр аҙ, был, тел белгесе булараҡ, минең өсөн — бик мөһим күрһәткес, — тип билдәләне Фирҙәүес Хисаметдинова. — Икенсенән, аралашыуҙан күренеүенсә, кешеләрҙең психологияһы ныҡ үҙгәргән. Тәүге ҡоролтайҙарҙа үҙ ихтыяждарын ғына ҡәнәғәтләндерергә ынтылыу, тел һәм мәҙәниәтте һаҡлауҙа кемдәндер ярҙам көтөү кәйефе өҫтөнлөк итә ине, ә балаларыбыҙ һәм ейәндәребеҙ үҙ ата-олатайҙарын, үҙ милли тамырҙарын онотмаһын өсөн беҙҙең үҙебеҙҙән башҡа кем борсолорға тейеш һуң. Хәҙер күрәм, туған телен, мәҙәниәтен, милли менталитетын һаҡлау өсөн үҙенә яуаплылыҡ алырға әҙер булған кешеләр бик күп. Әгәр халыҡтың ошондай үҙ-үҙен ойоштороу принциптары үҫешә икән, тимәк, уҙған йылдар бушҡа үтмәгән: милләт алға бара, - тип һүҙен йомғаҡланы Фирҙәүес Хисаметдинова.
1 из 4
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика