18:24 (UTC+5), 11 Июня 2010

Азамат Рыҫкилдин Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының эшлекле башҡарма комитетын булдырырға саҡырҙы

«Ағиҙел» Башҡорт халыҡ үҙәге (Ҡаҙағстан) идараһы рәйесе Азамат Рыҫкилдин үҙ сығышын милли идеологияға арнаны. «Һәр халыҡтың үҙ юлы бар, — тине ул. — Аллаһы Тәғәлә башҡорт халҡын күп һынауҙар аша үткәргән. Изге ерҙәр, сал Урал, икһеҙ-сикһеҙ байлыҡтар биргән. Беҙ дөрөҫ юлдан барабыҙмы һуң? Халҡыбыҙ һәм еребеҙ байлыҡтары кемдең ҡулында? Ялған индивидуализм ҡиммәттәре һәм шәхси байығыу артынан ҡыуып, ата-олатайҙарыбыҙ ҡан ҡойоп яулаған коллектив ҡаҙанышыбыҙҙы саҡ юғалтмай ҡалдыҡ. Уҙған 20 йылда беҙ барыбер ҙә “беҙҙең юлыбыҙ нимәлә? Беҙҙең законыбыҙ ниндәй? Беҙҙең конкуренцияға һәләтлелек нимәлә?” кеүек көнүҙәк һорауҙарға яуап таба алманыҡ.
Һуңғы йылдарҙа, Азамат Рыҫкилдиндың һүҙҙәренә ҡарағанда, башҡорт милли үҙаңына ҡаршы агрессив мәғлүмәт һуғышы алып барыла, халыҡтың тарихына бысраҡ ташлана, милләттең иң яҡшы вәкилдәре мыҫҡыл ителә. Башҡорт халҡының һәм уның республикаһының барлығы факты шик аҫтына ҡуйыла. Башҡорт халҡының идеологияһы һәм тарихы хаҡында яҙа башлаған башҡорттарҙы ҡайһы бер сайттарҙа енәйәтсе, милләтсе, экстремистар тип иғлан итәләр.
Бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла үҙенең инаныуҙары өсөн дүрт йыл батша төрмәһендә ултырған. «Ләкин беҙ бөгөн, ХХI быуатта, милли инаныуҙары өсөн башҡорттарҙы эҙәрлекләү алып барылмай, тип раҫлай алабыҙмы? Беҙ нисек ошондай хәлдә ҡалдыҡ? — тип һорау бирҙе оратор. – Пассивлыҡ, икеләнеп ҡалыу ахыр килеп ҡоролтайҙың үҙен дә милләтселек тип иғлан итәсәктәренә килтерәсәк. Һәм уны бөтөрәсәктәр, ябасаҡтар».
Быға юл ҡуймау өсөн Азамат Рыҫкилдин “һәр ваҡыт, һәр режимда эшләйәсәк, һәр ваҡыт үҙенең төп маҡсатына: башҡорт халҡын, уның мәҙәниәтен, мәғарифын һаҡлауға һәм үҫтереүгә тоғро ҡаласаҡ реаль, әүҙем, эшлекле башҡарма комитет” ойошторорға саҡырҙы.
«Ҡоролтай лидеры яуаплы сәйәсмән булырға, ә ҡоролтайҙың эшмәкәрлеге конституцион әүҙем булырға тейеш, — тип иҫәпләй Ҡаҙағстан «Ағиҙел»е лидеры. — Ҡоролтай бөтә кимәлдәрҙә лә, сәйәси властың бөтә тармаҡтары менән дә эшләй белергә тейеш. Тап башҡорттар ҡоролтайы башҡорт халҡының юғары органы булыуы кәрәк».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика