Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.89
+0.03
90.11
-2.03
64.69
-0.27
15+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
10 Июнь 2010, 17:11

Бар башҡорттар ҙа тел, рухи-мәҙәни ихтыяжын ҡәнәғәтләндерә алырға тейеш

Ҡайҙа йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, бар башҡорттар ҙа тел, рухи-мәҙәни ихтыяжын ҡәнәғәтләндерә алырға тейеш. Шундай фекерен белдерҙе бөгөн III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының пленар ултырышында Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов.
—Ҡайһы бер кире тенденцияларҙы һаман да үҙгәртә алмауыбыҙҙы танырға кәрәк, — тине ул. — Бик йыш башҡа төбәктәрҙәге башҡорттарҙың тел, рухи-мәҙәни ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү менән ҡыйынлыҡтар осрай. Йәштәрҙең бер өлөшө мәҙәни ерлеген юғалтҡан. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы был мәсьәләләр менән ныҡышмалыраҡ шөғөлләнергә тейеш, тип иҫәпләйем!
Автор:Евгений Рәхимҡолов
Читайте нас: