05:34 (UTC+5), 09 Июня 2010

Раил Сарбаев: Ураҙ ауылында янғындан ҡаза күргәндәрҙең барыһына ла бер ай ярым эсендә йорт күтәрергә кәрәк

Михаил Сытин
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев Учалы районы Ураҙ ауылында янғындан зыян күргәндәргә йорттарын һәм ихатаһын тергеҙеүгә средстволар бүлеү тураһында күрһәтмәһенә ҡул ҡуйҙы.
Көн элгәре Раил Сарбаев бәлә-ҡаза үткән урында булды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған ял көндәрендә бында янғындан ун хужалыҡ юҡҡа сыҡҡан һәм 19 кеше йортһоҙ ҡалған, шуларҙың күбеһе пенсионерҙар һәм балалар. Бәхеткә күрә, һәләк булыусылар юҡ, әммә кешеләр йортһоҙ, мөлкәтһеҙ ҡалған.
Халыҡ менән аралашҡанда Премьер-министр тейешле ярҙам күрһәтеләсәк, һәм республика етәкселеге барыһын да контролдә тота, тип белдерҙе:
– Фажиғә булды, хәҙер нисек ярҙам итергә, нимә эшләргә - бергәләп хәл итергә кәрәк. Йәй аҙағына тиклем төҙөп бөтөрөп инер өсөн бер ай ярым эсендә йорттарҙы күтәрергә тырышырға кәрәк. Урындағы предприятиелар ҡаза күреүселәргә тейешле ярҙам күрһәтәсәк, тип килештек, - тине Раил Сарбаев.
БР Төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министрлығына төҙөлөш эштәрен ойоштороуҙа һәм торлаҡ йорттар менән ихаталағы ҡаралтыны сафҡа индереүҙә булышлыҡ итергә ҡушылды.
Бынан тыш, мәктәп йәшендәге балаларға - һауыҡтырыу лагерҙарына, ә мәктәпкәсә йәштәгеләргә балалар шифаханаларында дауаланыуға бушлай путевка биреләсәк.
БР Хөкүмәтенең 2008 йылдың 25 мартындағы 88-се һанлы «Башҡортостан республикаһында граждандарға матди ярҙам күрһәтеү тураһында положениены раҫлау тураһындағы» ҡарарына ярашлы, республика ҡаза күргән һәр 35 кешегә 5 мең һум күләмендә матди ярҙам билдәләне. Түләүҙәр Ураҙ ауылындағы почта элемтәһе бүлексәһендә башҡарыла.
Раил Сарбаев, шулай уҡ, янғындан һаҡлаусы техниканы яңыртыу кәрәклеген билдәләне. Әлеге ваҡытта 1200 кеше йәшәгән (420-нән ашыу хужалыҡ) ауылдың янғын һаҡсылары яҡындағы малсылыҡ комплексының техникаһын ғына ҡуллана.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика