13:58 (UTC+5), 09 Июня 2010

Өфөгә III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаттары килә башланы

БР Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай Йортонда бөгөн III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаттарын теркәү алып барыла.
Делегат танытмаларын тәүгеләрҙән булып Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин, Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Фирҙәүес Хисамитдинова һәм Ханты-Манси автономиялы округының “Дуҫлыҡ” мәҙәниәт-ағартыу йәмғиәте рәйесе Мөҙәрис Мәжитов алды.
— Бына ун йылдан ашыу беҙ Нижневартовск ҡалаһында халҡыбыҙ мәҙәниәтен күтәрәбеҙ. Әлеге ваҡытта беҙҙең йәмәғәт ойошмаһында утыҙға яҡын ағза иҫәпләнә. Округ биләмәһендә иһә йәмғеһе һигеҙ мең ярым башҡорт йәшәй. 2004 йылда Төмән өлкәһендә беренсе тапҡыр башҡорт ырыуҙары һыбайлылары парадын ойошторҙоҡ. 2007 йылда Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына инеүенә 450 тулыуға арналған тантаналы саралар үткәрҙек. Әле сираттағы һабантуйға әҙерләнәбеҙ, ул 13 июндә үтәсәк, - тип һөйләне “Башинформ” агентлығына Мөҙәрис Мәжитов.
Күптән борсоған мәсьәләләр хаҡында иҫкә алып, Нижневартовскиҙа һаман да Башҡортостан юлдаш телевидениеһын ҡарарға мөмкинлек булмауы, башҡорт телен өйрәнеү менән ауырлыҡтар булыуы хаҡында хәбәр итте Мәжитов. "Халыҡ-ара конгреста был мәсьәләләрҙе беҙ мотлаҡ күтәреп сығасаҡбыҙ”, - тине “Дуҫлыҡ” йәмғиәте рәйесе.
Көндөң тәүге яртыһында III Бөтә донъя ҡоролтайы делегаттары булып Ҡырым Автономиялы Республикаһы, Һарытау, Томск, Сахалин өлкәләре, Рәсәйҙең йәнә бер нисә төбәге, алыҫ һәм яҡын сит илдәр вәкилдәре теркәлде.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, делегат булып 851 кеше һайланған.
Регистрация киске сәғәт туғыҙға тиклем дауам итәсәк.
1 из 18
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика