05:18 (UTC+5), 07 Июня 2010

Үрге Йәркәйҙә йәш белгестәр өсөн йорт төҙөлә

Сергей Захаров | фото: Олег Яровиков
Илеш районы буйынса эш сәфәре барышында БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев Үрге Йәркәйҙәге төп корпусында капиталь ремонт барған Үҙәк район дауаханаһында булды.
Был маҡсатта республика бюджетынан 6,5 миллион һум һәм урындағы бюджеттан 2 миллион һум аҡса бүленгән. Уҙған йылда һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү буйынса милли проект сиктәрендә Үҙәк район дауаханаһы хирургик операциялар үткәреү өсөн өсөн ҡорамалдар, ҡан составын билдәләүсе анализаторҙар, тиҙ ярҙам машинаһы – дөйөм алғанда 40 миллион һумға яңы заманса ҡорамалдар алған. Ағымдағы йылда республика бюджеты иҫәбенә дауаханаға ике үпкәлә һауа алмашыу аппараты, өҫтәмә тиҙ ярҙам машиналары ҡайтарылған.
Раил Сарбаев йәнә Үрге Йәркәйҙәге күп фатирлы йорт төҙөлөшө менән танышты. 24 фатирлы йорт ауылдың йәш белгестәренә тәғәйенләнгән, 13 фатир – коммерция нигеҙендә төҙөлә, һигеҙе – социаль, өсәүһе - муниципаль фатир. Беренсе иғәнә фатир хаҡының 30 процентын тәшкил итә. 2007 йылда әсәлек капиталына сертификат алғандар ҙа, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаждар иҫәбендә торғандар ҙа был йорттан фатир аласаҡ.
Республика Премьер-министрына төҙөлөштөң график буйынса алып барылыуы, төҙөлөш материалдарының Дүртөйлө һәм Андреевка кирбес заводынан ташылыуы тураһында хәбәр иттеләр.
Төҙөлөш бар кәрәкле техника менән тәьмин ителгән.
1 из 14
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика