07:01 (UTC+5), 07 Июня 2010

Раил Сарбаев: Ауылда йәшәү өсөн лайыҡлы шарттар тыуҙырырға тейешбеҙ

Сергей Захаров
Илеш районы буйынса эш сәфәре барышында БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре өсөн брифинг үткәрҙе, унда ауылға ярҙам итеүгә ҡағылышлы бер нисә төп мәсьәлә билдәләнде. Атап әйткәндә, шәхси ярҙамсы хужалыҡтарға, бәләкәй бизнесҡа ярҙам итеү, шулай уҡ, медицина ярҙамы сифатын күтәреү тураһында һүҙ барҙы. Шул уҡ мәлдә Раил Сарбаев ауылға ярҙамдың комплекслы алып барылырға тейешлеген дә һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Республика Премьер-министры быйыл Хөкүмәт ауыл ерендәге һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында кадрҙар потенциалын көсәйтеүгә йүнәлтелгән закон проектын әҙерләү инициативаһы менән сығыш яһауы тураһында хәбәр итте. Был закон проекты ауыл ерендә эшләргә теләгән белгестәргә бер тапҡыр бирелеүсе һәм ай һайын түләнәсәк аҡсалата пособиелар билдәләүҙе күҙаллай. Был ауылда юғары белемле белгестәргә ихтыяждың ҙур булыуына бәйле. Илеш районында, мәҫәлән, тар белгеслектәге өс табип етешмәй.
Шәхси ярҙамсы хужалыҡтарға килгәндә иһә, Раил Сарбаев ауыл халҡы өсөн уларҙың һәр ваҡыт тотороҡло килем сығанағы булыуын билдәләне. Ағымдағы йыл башында республикала 1,5 миллиард һумлыҡ финанслау менән шәхси ярҙамсы хужалыҡтар үҫеше буйынса комплекслы программа ҡабул ителгән. Бөгөн был программаға шәхси ярҙамсы хужалыҡтар үҫешенә түләнгән субсидияларға ҡағылышлы үҙгәрештәр индерелә. Был субсидияларҙы мал аҙығы, яғыулыҡ-майлау материалдары һатып алыуҙа, транспортҡа киткән сығымдарҙы финанслауҙа һәм башҡа төрлө эштәрҙә файҙаланырға мөмкин буласаҡ.
Бәләкәй бизнесҡа ярҙамдың актуаллеген билдәләп, БР Хөкүмәте Премьер-министры 250 эшҡыуарҙың үткән йылда Ауыл ерендә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам программаһы буйынса 110 миллион һумдан ашыу суммала финанс ярҙамы алыуы хаҡында хәбәр итте. Шул уҡ Илеш районында бөгөн был өлкәлә 4 меңдән ашыу кеше шөғөлләнә, шуларҙың 127-һе крәҫтиән-фермерлыҡ хужалығы алып бара. Районда бәләкәй бизнес йылдан-йыл тотороҡлораҡ үҫешә, һәм йыл һайын уртаса 20 процентҡа арта.
— Ауыл бөтмәҫкә тейеш, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Раил Сарбаев. — Халыҡтың ауылдан китеп, ерҙә эшләүҙән туҡтауына юл ҡуя алмайбыҙ. Республика етәкселеге быны булдырмаҫ өсөн барыһын да эшләйәсәк.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика