Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
0
98.56
0
82.82
-0.85
7+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
7 Июнь 2010, 11:51

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Илеш халҡын яҙғы баҫыу эштәрен уңышлы тамамлауҙары менән ҡотланы

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев Илеш районы ойошторолоуына 75 тулыуға арналған тантаналарҙа ҡатнашты.
Һабантуйҙа ауыл хеҙмәтсәндәре алдында сығыш яһап, Раил Сарбаев республика Президенты һәм Хөкүмәте исеменән Илеш халҡын яҙғы баҫыу эштәрен уңышлы тамамлауҙары менән ҡотланы һәм Илеш районының ғәҙәттәгесә Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫешенә лайыҡлы өлөш индереүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Төп социаль-иҡтисади күрһәткестәр буйынса район республикала даими алдынғы урында килә. Яҙғы сәсеү эштәре сифатлы һәм тейешле агротехник сроктарҙа башҡарылған. Буласаҡ уңышҡа ышаныслы нигеҙ һалынған. «Урал» хужалығы, Куйбышев исемендәге, «Урожай», «Мир», Максим Горький исемендәге, «Маяҡ», Мәжит Ғафури исемендәге, Муса Гарәев исемендәге һәм башҡа хужалыҡтарҙың механизаторҙары, белгестәре, етәкселәре - алдынғылар иҫәбендә. Илештәр башҡа күрһәткестәр, атап әйткәндә, малсылыҡ продукцияһын етештереү һәм һатыу буйынса ла һуңғылар рәтендә түгел. Быйылғы дүрт айҙа 17 мең тонна һөт, 2 мең тонна ит етештерелгән. Фермерҙар һәм шәхси сектор вәкилдәре лә районды аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүгә етди өлөш индерә.
Үрге Йәркәйҙә 32 фатирлы йорт төҙөй башлаған төҙөүселәрҙең намыҫлы эше лә билдәләнде. Үҙәк район дауаханаһы биналарында, 3-сө урта мәктәптә, социаль өлкәнең йәнә бер нисә учреждениеһында капиталь ремонт һәм реконструкция алып барыла. Тораҡ пункттарға газ үткәреү, электр, һыу үткәргестәр, йылылыҡ селтәрҙәрен үткәреү һәм яңыртыу, автомобиль юлдарын һәм урамдарҙы асфальтлау эштәре дауам итә. Индивидуаль төҙөүселәр менән торлаҡ төҙөлөшө йылдам бара.
— Сәсеүлектәрҙе ваҡытында эшкәртеү, мал аҙығы әҙерләүгә һәм уңыш йыйыуға әҙерлек - был көндәрҙә аграрийҙар алдында торған төп бурыс, — тип билдәләне Раил Сарбаев.
Республика Премьер-министры райондың иң яҡшы хеҙмәтсәндәренә Башҡортостан Республикаһының Маҡтау грамоталарын тапшырҙы. Республиканың маҡтаулы исемдәренә ауыл хужалығы производствоһынан бер төркөм эшсәндәр, уҡытыусылар, табиптар лайыҡ булды.
Илеш районының 75 йыллығына республика бүләге - яңы тиҙ медицина ярҙамы машинаһынан асҡысты Раил Сарбаев район хакимиәте башлығы Илдар Мостафинға тапшырҙы.
Быйыл Илеш районының юбилейына арнап үткәрелгән һабан байрамы программаһында традицион ауыл эшсәндәре парады, алдынғыларҙы наградлау, һәүәҫкәр артистар концерты, спорт ярыштары, ат бәйгеһе, халыҡ уйындары, һәр төрлө конкурстар ойошторолдо.
Автор:Сергей Захаров | фото: Олег Яровиков
Читайте нас: