12:09 (UTC+5), 04 Июня 2010

«Татар-информ» агентлығына - 20 йыл

"Башинформ"
6 июндә Волга буйы төбәгендәге һәм бар Рәсәй Федерацияһындағы иң ҙур мәғлүмәт агентлыҡтарының береһе —«Татар-информ» агентлығы ойошторолоуына 20 йыл тула.
1990 йылда асылған «Татар-информ» агентлығы — бөгөн Татарстан, Рәсәй тормошо хаҡында оператив мәғлүмәт биреүсе иң абруйлы һәм профессиональ сығанаҡтарҙың береһе. Агентлыҡ мәғлүмәте менән республика һәм Рәсәйҙең йөҙҙәрсә алдынғы киң мәғлүмәт сараһы, Рәсәй Федерацияһы, Татарстан республикаһының дәүләт власы органдары, эшлекле даирә вәкилдәре файҙалана. Бихисап киң мәғлүмәт саралары һәм башҡа төрлө ойошмалар менән булдырылған мәғлүмәт менән алыш-биреш итеү «Татар-информ» агентлығына республика, ил төбәктәре, башҡа төбәктәрҙәге һәм сит илдәге татар халҡы тормошо хаҡында мәғлүмәтте тиҙ арала таратырға мөмкинлек бирә. Мәғлүмәтте «Татар-информ» рус, татар һәм инглиз телендә бирә.
«Татар-информ» агентлығы бик күп мәғлүмәт агентлыҡтары, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһының «Башинформ» агентлығы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. 2008 йылдан алып «Татар-информ» Төрки телле яңылыҡтар агентлығы берекмәһе ағзаһы булып тора.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы коллективы туғандаш Татарстан Республикаһынан хеҙмәттәштәрен матур юбилейҙары менән ихлас ҡотлай, яңы ижади уңыштар, сәскә атыуҙарын теләй һәм артабан да һөҙөмтәле хеҙмәттәшлеккә ышанысын белдерә.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика