15:26 (UTC+5), 01 Июня 2010

Өфө ҡала Советы депутаттары ҡала үҫешенең комплекслы программаһын ҡараясаҡ

Николай Ермоленко
Өфө ҡалаһы ҡала округы Советының 26-сы ултырышында депутаттар Башҡортостан баш ҡалаһының 2015 йылға тиклем коммуналь инфраструктураһы үҫешенең комплекслы программаһын ҡараясаҡ. Программаны эшләү комплекслы торлаҡ төҙөлөшө өсөн яңы территориялар үҙләштереү, ресурстарҙы һаҡлауҙы тәьмин итеү, торлаҡ-коммуналь комплексы эшенең баҙар механизмдарын һәм инвестициялар йәлеп итеү өсөн шарттар булдырыу, торлаҡ һәм социаль объекттар төҙөлөшөнә яңыса ҡараш, заманса хаҡтар системаһы, ҡала төҙөлөшө ҡарарҙарының һөҙөмтәлелеген күтәреү, торлаҡ-коммуналь хеҙмәтләндереүҙәр күрһәтеү өлкәһендә конкуренцияны үҫтереү зарурлығы арҡаһында килеп тыуҙы.
Сираттағы ултырыш көн тәртибенә 13 мәсьәлә индерелде. Депутаттар алдында 2009 йыл өсөн ҡала бюджетының үтәлеше тураһында отчетты раҫлау бурысы тора.
Өфөнөң Дим һәм Ленин райондарындағы Миловка, Романовка һәм Ветошниково тораҡ пункттары араһында территорияларҙы планлаштырыу проекттары буйынса тыңлауҙар тәғәйенләү, «Өфө нефть эшкәртеү заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең сәнәғәт һәм транспорт объекттарын реконструкциялау проекттары буйынса граждандарҙан һорау алыу үткәреү тураһында ҡарар ҡабул итергә планлаштырыла.
Депутаттар Өфөлә йәшәүсе халыҡтарҙың милли мәҙәниәтен, традицияларын һәм йолаларын яҡлау, һаҡлау һәм үҫтереү буйынса саралар, урындағы үҙидара органдарының һәм ҡала Советы депутаттарының эшмәкәрлеген ҡала киң мәғлүмәт сараларында яҡтыртыу тураһында мәсьәләләрҙе ҡараясаҡ.
Ҡала Советының 26-сы ултырышы 2 июндә сәғәт 10-да үткәреләсәк.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика