Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.26
-0.33
99.71
-0.56
86.97
-0.03
-3 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
29 Май 2010, 10:00

Химиктар көнө менән

Йыл һайын илдә майҙың һуңғы йәкшәмбе көнөндә Химиктар көнө билдәләнә. Һөнәри байрамдары айҡанлы Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов химия һәм нефть химияһы комплексы хеҙмәтсәндәре һәм ветерандары исеменә ҡотлау ебәрҙе. Унда, атап әйткәндә, шулай тиелә:
«Химия һәм нефть химияһы комплексы республика иҡтисадында төп позицияларҙы биләй һәм Башҡортостандың уңышлы социаль-иҡтисади үҫешенең ышаныслы нигеҙе булып тора. Был уникаль тармаҡ, унда ҙур производство, технологик, фәнни һәм кадрҙар потенциалы тупланған. Был өлкәлә 30 меңдән ашыу квалификациялы белгестәр эшләй.
Химия һәм нефть химияһы предприятиелары иҡтисадтың бөтә өлкәләрендә лә тиерлек сеймал һәм төрлө материалдар менән тәьмин итеүселәр булып тора. Тейәп оҙатылған продукцияның дөйөм күләменең 10 процент самаһы улар өлөшөнә тура килә. Һеҙҙең тармаҡ республиканың тышҡы иҡтисади эшмәкәрлегендә лә төп роль уйнай. Уның продукцияһының юғары сифаты күп тапҡырҙар Рәсәй һәм халыҡ-ара наградалар менән билдәләнде.
Эске һәм тышҡы баҙарҙарҙа конкуренция киҫкенләшкән шарттарҙа комплекс предприятиелары төп производство фондтарын яңыртыу һәм реконструкциялауҙы дауам итә, энергияны һаҡлаусы һәм экологик саф заманса технологиялар индерә, хеҙмәткәрҙәрҙең социаль шарттарын яҡшырта. Төрлө социаль программаларҙы һәм проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа ҡаланың төп предприятиелары булараҡ уларҙың роле баһалап бөткөһөҙ.
Тупланған традицияларҙы һаҡлау һәм үҫтереү, киләсәккә ҡарап йәшәү мөһим. Сеймал эшкәртеү тәрәнлеген һәм кимәлен күтәреү, предприятиеларҙың эш һөҙөмтәлелеген һәм инвестициялар йәлеп итеүсәнлеген арттырыу стратегик маҡсаттар булып тора.
Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, тыуған Башҡортостаныбыҙ һәм бөтә Рәсәй именлеге хаҡына хеҙмәтегеҙҙә яңы ҡаҙаныштар теләйем!
Башҡортостан Республикаһы Президенты М.Рәхимов».
Автор:“Башинформ”
Читайте нас: