04:13 (UTC+5), 27 Май 2010

Китапханалар көнө менән!

"Башинформ"
Бөгөн Рәсәйҙә китапханалар селтәре хеҙмәткәрҙәренең профессиональ байрамы билдәләнә. Ошо айҡанлы Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов республика китапханалары хеҙмәткәрҙәре исеменә ҡотлау ебәрҙе. Ҡотлауҙа шулай тиелә:
“Башҡортостан Республикаһы китапханаларының хөрмәтле хеҙмәткәрҙәре!
Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ - Дөйөм Рәсәй Китапханалар көнө менән ихлас ҡотлайым!
1995 йылда Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы менән булдырылған был көн йәмғиәттең рухи-мәҙәни үҫешендә китапханаларҙың ҙур әһәмиәте йәмғиәт һәм дәүләт тарафынан танылыуын символлаштыра. Улар яңы белем алғанда, яңы һөнәр, уҡыу-уҡытыу программаларын үҙләштергәндә, квалификация күтәргәндә ысын-ысындан алмаштырғыһыҙ. Һуңғы йылдарҙа Интернет селтәре аша донъяның ҙур китапханалары ресурстарына инеү мөмкинлегенә бәйле уларҙың роле сифат йәһәтенән үҙгәрә. Бөгөн китапхана - заманса мәғлүмәт технологияларын әүҙем ҡулланыусы ысын мәғариф-мәҙәни, методик үҙәк ул.
Беҙҙең республикала йыл һайын 2 миллиондан ашыу уҡыусы китапхана хеҙмәттәренән файҙалана, уларға 53 миллиондан ашыу китап, журнал һәм башҡа документтар бирелә. Китапхана эшен артабан камиллаштырыу маҡсатында һуңғы йылдарҙа беҙҙең китапхана хеҙмәткәрҙәре мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре менән бер рәттән ижади проекттарҙы тормошҡа ашырыуға Башҡортостан Республикаһы Президенты грантын алыу мөмкинлегенә эйә. Быйыл 2010 - 2014 йылдарға Башҡортостанда китапхана эшен үҫтереү буйынса оҙайлы ваҡытҡа айырым маҡсатлы республика программаһы ҡабул ителде.
Изге һөнәрегеҙгә, мәғрифәтселек миссияһына тоғролоғоғоҙ өсөн тәрән рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе ҡабул итегеҙ! Республиканың мәҙәни, интеллектуаль һәм рухи тормошонда тотҡан ролегеҙ менән лайыҡлы ғорурлана алаһығыҙ. Һеҙҙең китапҡа һәм уҡыусыларға һөйөүегеҙ кешеләр күңелендә эскерһеҙ мөнәсәбәт уятһын, һеҙҙе ижадҡа һәм яңылыҡҡа илһамландырһын!
Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм бәхет, өҙлөкһөҙ хеҙмәтегеҙҙә бөтмәҫ-төкәнмәҫ көс һәм уңыштар теләйем!
Башҡортостан Республикаһы Президенты М. Рәхимов”.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика