13:00 (UTC+5), 21 Мая 2010

Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көнө менән!

“Башинформ”
Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте еөндәре алдынан Башҡортостан сираттағы тапҡыр был ҙур мәҙәни байрамды үткәреү урыны итеп һайланды. Ошо айҡанлы Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов байрамда ҡатнашыусыларға һәм ҡунаҡтарға ҡотлау ебәрҙе. Унда шулай тиелә:
"Ҡәҙерле дуҫтар!
Һеҙҙе Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте байрамында ихлас сәләмләйем!
Уны киң байрам итеү йолаһы йәмғиәтебеҙҙә ныҡлы тамыр йәйҙе. Ошо бөйөк мәғрифәтселәр - апостолдарға тиң изге ағалы-ҡустылы Кирилл һәм Мефодий көнө Рәсәй өсөн айырым әһәмиәткә эйә. Ил халыҡтарының күп быуатлыҡ туғанлыҡ, рухи яҡынлыҡ һәм көс символы булараҡ уның юғары әхләҡи әһәмиәте уртаҡ тарихыбыҙҙың рухи һәм мәҙәни-тарихи күсәгилешлелеген һаҡлап ҡалыуға ҡайтып ҡала. Ул беҙҙе милли мәҙәниәт сығанаҡтарына ҡайтара, үҙебеҙҙең телгә, Рәсәйҙең бай рухи-әхләҡи мираҫына ҡыҙыҡһыныуҙы уята һәм үҫтерә.
Славян әлифбаһы бик күп милли телдәр нигеҙенә һалынды, белем алыуға, кешеләр араһында үҙ-ара аңлашыуҙы нығытыуға юл асты. Шуға күрә был байрам берҙәмлеккә һәм тотороҡлолоҡҡа, милләт-ара һәм конфессия-ара тыныслыҡҡа һәм татыулыҡҡа, хәҙерге йәмғиәттә изгелек, миһырбанлыҡ, татыулыҡтың юғары идеалдарын нығытыуға ынтылышыбыҙға ауаздаш.
Республиканың күп кенә райондарында һәм ҡалаларында үтәсәк тантаналар уларҙа күп һанлы ҡатнашыусыларға һәм ҡунаҡтарға иң сағыу, шатлыҡлы тәьҫораттар бүләк итер, тип ышанам. Был көн үткәндәрҙең әһәмиәтле ваҡиғалары хаҡында иҫтәлек кенә түгел, шулай уҡ тыуған Башҡортостан һәм Бөйөк Рәсәй хаҡына тырышлыҡтарыбыҙҙы артабан да берләштереү өсөн этәргес булһын!
Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм бәхет, барлыҡ изге эштәрегеҙҙә уңыштар теләйем!
Башҡортостан Республикаһы Президенты М. РӘХИМОВ”.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика