Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.29
-0.21
89.84
-0.3
68.81
-1.32
13+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
21 Май 2010, 12:40
Истанбулда Башҡортостандың Фән һәм мәҙәниәт көндәре дауам итә
Республика делегацияһының Төркиәгә сәфәре дауам итә, унда Истанбулда Башҡортостандың Фән һәм мәҙәниәт көндәре үткәрелә.
Бөгөн иртәнән Истанбул университетында саралар планлаштырылған. БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев етәкселегендәге Башҡортостан рәсми делегацияһы ағзалары университет фойеһында ойошторолған күренекле ғалим һәм йәмәғәт эшмәкәре, ватандашыбыҙ Әхмәт-Зәки Вәлиди Туғандың 120 йыллығына арналған күргәҙмәне ҡараясаҡ. Һуңынан Башҡорт дәүләт университеты менән Истанбул университеты араһында Хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыу тантанаһы үтәсәк. Документҡа БДУ ректоры Әхәт Мостафин һәм Истанбул университеты ректоры Юнус Сойлет ҡул ҡуясаҡ.
Һуңынан Әхмәт-Зәки Вәлидиҙең 120 йыллыҡ юбилейына арналған "Европа халыҡтарының тарихы һәм мәҙәниәте: үткән, бөгөнгө, киләсәк" халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһын асыласаҡ. Конференцияның пленар ултырышы тәнәфесендә уның делегаттары Әхмәт-Зәки Вәлиди Туған эшләгән кабинет ишегендә табличканы асыу тантанаһында ҡатнашасаҡ.
Көндөң икенсе яртыһында состоятся Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияның секция ултырыштары үткәрелә.
Бөгөн кис Истанбулға БР Фән һәм мәҙәниәт көндәрендә Башҡортостан делегацияһы етәксеһе республика Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев киләсәк. Премьерҙың Истанбул вилайеты вице-губернаторы менән осрашыуы планлаштырылған.
Бөгөн кис "Решад Нури сәхнәһе" театрында Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры коллективы Истанбул халҡы өсөн Нәжиб Асанбаевтың пьесаһы буйынса "Әхмәтзәки Вәлиди" спектаклен ҡуясаҡ.
Иртәгә, 22 май шәмбе, Истанбулда БР Фән һәм мәҙәниәт көндәрендә иң тығыҙ, сараларға бай көн булыр, моғайын. БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев етәкселегендәге рәсми делегация ағзалары Рәсәй Федерацияһының Төркиә Республикаһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы Илсеһе Владимир Ивановский, РФ-тың Истабул ҡалаһындағы Генераль консулы Алексей Ерхов һәм Истанбулда РФ Сауҙа вәкиллеге етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Рәшит Баталов менән осрашасаҡ. Шулай уҡ БР рәсми делегацияһы ағзалары Истанбулда Башҡортостан Вәкиллеге офисына барасаҡ.
Ә һуңынан Мәхмәд Акиф Эрсой паркында, бөтә донъяға билдәле Изге София ғибәҙәтханаһы менән Зәңгәр мәсет эргәһендә, башҡорт һабантуйы үткәреләсәк.
Йәкшәмбе, 23 майҙа, делегация ағзалары Әхмәт-Зәки Вәлиди ҡәберенә сәскәләр һаласаҡ, һәм шуның менән Истанбулда Башҡортостандың Фән һәм мәҙәниәт көндәре тамамланасаҡ.
Автор:
Алик Шакиров
Теги:
истанбулда фән һәм мәҙәниәт көндәре
Читайте нас: