06:48 (UTC+5), 20 Мая 2010

Рәсәй ғалимдары Сибайҙа биләмәләрҙе үҫтереү мәсьәләләрен тикшерә

Сергей Захаров
Бөгөн Сибайҙа «Биләмәләрҙе тотороҡло үҫтереү: теория һәм практика» икенсе Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы үтә.
Ул республика Хөкүмәте бойороғона ярашлы Башҡорт дәүләт аграр университетының Көньяҡ Урал филиалы базаһында үткәрелә.
Ойоштороусылар араһында — БР Фәндәр академияһы, «Төбәк тикшеренеүҙәре» дәүләт автономиялы фәнни учреждениеһы, Сибай ҡалаһы һәм Хәйбулла районы хакимиәттәре.
БДАУ-ҙың Көньяҡ Урал филиалы директоры, профессор Йәлил Һөйөндөков хәбер итеүенсә, «конференцияның үҙенсәлеге шунда, был төрлө — социаль-иҡтисади, гуманитар һәм тәбиғәт-техник йүнәлештәге фәндәр вәкилдәренең мөһим теманы, урындағы, төбәк һәм милли-дәүләт үҫеше өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булған хәҙерге замандың глобаль проблемаһын тикшереү өсөн бергә йыйылыуы ғалимдар араһында һирәк күренеш».
Кешеләрҙең тормош сифатына һәм биләмәләрҙең тотороҡло үҫешенә йоғонто яһаусы комплекслы проблемалар тикшереләсәк.
Ғилми форумда Курск, Һамар, Һарытау, Ырымбур, Омск, Глазов, Иркутск, Пермь, Өфө, Силәбе ҡалаларынан һәм Украинанан алтмыштан ашыу белгес ҡатнаша.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика