05:17 (UTC+5), 20 Мая 2010

Башҡортостан делегацияһы Истанбулға Фән һәм мәҙәниәт көндәренә юлланды

Алик Шакиров
Республика делегацияһы бөгөн иртә менән 20-23 майҙа Истанбулда үтәсәк Башҡортостан фән һәм һәм мәҙәниәте көндәрендә ҡатнашыу өсөн Төркиәгә осто. Делегация составында — БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев, БР Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Руслан Мирсаяпов, БР Президенты Хакимиәтенең Ижтимағи-сәйәси үҫеш һәм мәғлүмәт сәйәсәте идаралығы начальнигы Данил Азаматов, башҡа рәсми кешеләр – БР мәҙәниәт министры урынбаҫарҙары, БР Дәүләт Йыйылышы депутаттары, фән, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, ғалимдар, йәмәғәт ойошмалары, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре.
Делегацияны Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев етәкеләй, ул Истанбулға һуңыраҡ, 21 майҙа осасаҡ.
Истанбулда БР Фән һәм мәҙәниәт көндәре программаһы менән ҡаланың үҙәгендә, Мәхмәд Акиф Эрсой паркында, бөтә донъяға билдәле Изге София ғибәҙәтханаһы менән Зәңгәр мәсет эргәһендә, башҡорт һабантуйы үткәреү ҡаралған.
Бөтә саралар күренекле ғалим һәм йәмәғәт эшмәкәре Әхмәт-Зәки Вәлиди Туғандың тыуыуына 120 йыл тулыу билдәһе аҫтында үтәсәк. Ватандашыбыҙҙы Төркиәлә яҡшы беләләр һәм ихтирам итәләр. Бында, Истанбул университетында, профессор Вәлиди Туған оҙаҡ йылдар эшләгән, үҙ кафедраһын булдырған, фәнни хеҙмәттәре арҡаһында донъяның иң билдәле тюркологтарының береһенә әйләнгән. Шуға күрә тап ошонда, Истанбул университетында, Әхмәт-Зәки Вәлидиҙең 120 йыллыҡ юбилейына арналған "Европа халыҡтарының тарихы һәм мәҙәниәте: үткән, бөгөнгө, киләсәк" халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһын үткәреләсәк.
Конференция алдынан Башҡорт дәүләт университеты менән Истанбул университеты араһында Хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыу планлаштырылған. Ошонда уҡ, Истанбул университеты фойеһында, Башҡортостан Республикаһының Милли музейы һәм БР Милли ктапханаһы Әхмәт-Зәки Вәлидиҙең 120 йыллыҡ юбилейына арналған күргәҙмә ойошторасаҡ.
"Решад Нури сәхнәһе" театрында Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры коллективы Истанбул халҡы өсөн Нәжиб Асанбаевтың пьесаһы буйынса "Әхмәтзәки Вәлиди" спектаклен күрһәтәсәк.
Мәхмәд Акиф Эрсой паркында һабантуй ваҡытында Башҡортостан тураһында фотокүргәҙмә ойоштороласаҡ, байрам ҙур концерт һәм уйын программаһы менән үрелеп алып барыласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика