Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
88.61
-0.09
97.07
-0.09
82.7
+1.02
-1 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
18 Май 2010, 17:11

Мортаза Рәхимов: «Шифахана-2010» форумы – санатор-курорт комплексы үҫеше өсөн яҡшы импульс

Бөгөн Мәскәүҙә «Шифахана-2010» Бөтә Рәсәй форумы эшләй башланы. Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов унда ҡатнашыусыларға тәбрикләү хаты ебәрҙе. Унда, атап әйткәндә, шулай тиелә:
«Быйыл «Шифахана» Бөтә Рәсәй форумына 10 йыл тулды. Был ваҡыт эсендә форум тармаҡ майҙансығынан беҙҙең күҙ алдыбыҙҙа илдең санатор-курорт эшен яҡлау һәм үҫтереү дөйөм милли институты булып үҫеште. Унынсы юбилей форумы хәҙерге Рәсәй тарихында тәүге Башҡортостандың санатор-курорт системаһын үҫтереү дәүләт программаһының ун йыллығына тура килде.
Беҙҙең яҡ борон-борондан бик бай шифалы минераль һыуҙар һәм батҡаҡ, термаль парҙар һәм газ сығанаҡтары, ҡымыҙ һәм башҡорт балының тылсымлы үҙенсәлектәре, сихәтле климаты һәм иҫ киткес матур тәбиғәте менән дан тота. Уникаль тәбиғи факторҙарҙың бергә ҡушылыуы республиканың илдең яңы курорт төбәге булараҡ уңышлы үҫешеүен тәьмин итте. Уҙған быуаттың 20-30-сы йылдарында ойоша башлаған уның санатор-курорт комплексы бөгөн 200-ҙән ашыу рекреацион учреждениенан ғибәрәт. Улар араһында – киң билдәле «Янғантау», «Красноусол», «Йоматау», «Асы» курорттары.
Республиканың төп санаторийҙары кешеләрҙе һөҙөмтәле дауалау һәм тулы ялын ойоштороу өсөн бөтә кәрәкле нәмәләргә эйә. Быға дәлил – шифаханаларыбыҙҙың популярлығы үҫә барыуы, эксперттарҙың юғары баһаһы, махсус форумдарҙа һәм күргәҙмәләрҙә яуланған күп һанлы наградалар. «Янғантау» курорты өс тапҡыр илдә иң яҡшы шифаханаларҙың береһе тип танылды.
Шуның менән бергә, беҙгә рекреацион комплексты иҡтисадтың һәм социаль өлкәнең мөһим звеноһына әүерелдереү өсөн бик күп эшләргә кәрәк әле. Башҡортостандың санатор-курорт системаһын үҫтереү Концепцияһына һәм Программаһына ярашлы тармаҡтың матди-техник базаһын нығытыу дауам иттерелә, санаторийҙарҙың архитектураһы һәм инфраструктураһы кардиналь яңыртыла. Яңы курорт технологиялары, диагностика һәм дауалауҙың хәҙерге алымдары әүҙем индерелә, идара итеү һәм сервис системаһы камиллаштырыла.
«Шифахана-2010» Бөтә Рәсәй форумы санатор-курорт комплексты артабан үҫтереү өсөн яҡшы импульс буласаҡ, тип ышанам. Һеҙгә уңышлы эш теләйем!
Ихтирам менән, Башҡортостан Республикаһы Президенты М.Рәхимов».
Автор:"Башинформ"
Читайте нас в