10:00 (UTC+5), 18 Мая 2010

Хәрби Дан музейына – 10 йыл

“Башинформ”
Республика Хәрби Дан музейына 10 йыл тула. Ошо айҡанлы Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов музей коллективына ҡотлау ебәрҙе. Ҡотлауҙа шулай тиелә:
«Ҡәҙерле дуҫтар!
Һеҙҙе Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығы, Халыҡ-ара музейҙар көнө һәм Республика Хәрби Дан музейы эшмәкәрлегенең 10 йыллығы менән ихлас ҡотлайым!
Музей 1941-1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына тиңһеҙ батырлыҡтары, фронтта һәм тылдағы ҡаһарманлыҡтары өсөн рәхмәт һәм тәрән ихтирам билдәһе булараҡ ойошторола. Уның хеҙмәткәрҙәренә республикабыҙҙың героик хәрби үткәнен һаҡлау һәм пропагандалау, граждандарҙы атай-олатайҙарыбыҙҙың хәрби һәм хеҙмәт батырлыҡтары өлгөһөндә тәрбиәләү буйынса яуаплы бурыс йөкмәтелгән. Һәм музей коллективы үҙенә йөкмәтелгән бурыстарҙы уңышлы үтәй.
Бөгөн Республика Хәрби Дан музейы – ул ысын мәғәнәһендә Башҡортостан халҡын, бигерәк тә үҫеп килеүсе быуынды патриотик тәрбиәләү үҙәге. Ул халыҡ менән эшләүҙең яңы формаларын уңышлы үҙләштерә һәм индерә. Мәҫәлән, 2009 йылда музей 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары һәм командирҙарының иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса «Данлы атлылар юлдары буйлап» халыҡ-ара акцияһын үткәрҙе.
Музей хеҙмәткәрҙәренә әүҙем мәҙәни-ағартыу һәм фәнни эше, ватандаштарыбыҙҙың хәрби батырлығын мәңгеләштереү буйынса ҙур күп планлы эшмәкәрлеге өсөн ихлас рәхмәтемде белдерәм. Киләсәктә лә һеҙҙең коллектив еңеүсе халыҡтың тарихи хәтерен нығытыуға тос өлөш индерер, тип ышанам.
Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, именлек һәм бәхет, тыуған Башҡортостаныбыҙ һәм бөтә Рәсәй именлеге хаҡына артабан да уңышлы эшләүегеҙҙе теләйем!
Башҡортостан Республикаһы Президенты М.Рәхимов».
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика