07:49 (UTC+5), 13 Мая 2010

«Байыҡ-2009» еңеүселәре Еңеү көнөн Мәскәүҙә үткәрҙе

Николай Ермоленко
Балалар араһында былтырғы “Байыҡ” республика бейеү бәйгеһендә еңеүселәр – Р. Ғарипов исемендәге республика гимназияһынан гран-при яулаусы 15 йәшлек Рәфис Иҙрисов һәм лауреат – Күгәрсен районының Мораҡ ауылынан 11 йәшлек Диана Ейәнсурина Еңеү көнөндә Мәскәүҙә булып ҡайтты. Баш ҡалаға сәфәр улар өсөн Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаеванан махсус бүләк булды.
Бөтә ил Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығын байрам иткән әһәмиәтле көндәрҙә Мәскәүгә саҡырыу фестиваль призерҙары өсөн көтөлмәгән хәл булды. Баш ҡалала депутат һәм уның ярҙамсылары араһында үткән дүрт көн эсендә балалар ҡаланы бөтә матурлығында күрҙе. Воробьев тауҙарында улар байҡау майҙансығынан баш ҡала панорамаһын ҡарап һоҡланды. Теплоходта Мәскәү йылғаһы буйлап йөҙөү, баш ҡаланың иҫтәлекле урындарын ҡарау онотолғоһоҙ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Депутат, балаларҙы Мәскәү зоопаркына, Горький исемендәге Үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркына алып барып, күңелдәрен күреү тураһында ла онотманы, бында улар төрлө аттракциондарҙа, аквапаркта ял итте. Шулай ҙа Ҡыҙыл майҙан буйлап үтеү һәм Еңеү көнө хөрмәтенә салют балаларҙа иң сағыу тәьҫораттар ҡалдырғандыр.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика