Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.41
-1.14
93.17
-1.2
81.31
-1.06
12+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
12 Май 2010, 15:13

Башҡортостан парламентының сираттағы ултырышының көн тәртибе һәм датаһы билдәләнде

Дүртенсе саҡырылыш БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың сираттағы егерме бишенсе ултырышы 20 майҙа үткәрелә. Уны үткәреү датаһын бөгөн республика парламенты Президиумы раҫланы.
Көн тәртибендә утыҙға яҡын мәсьәлә. Депутаттар 2009 йылда республика ауыл хужалығын үҫтереү, ауыл хужалығы продукцияһы, сеймал һәм аҙыҡ-түлек баҙарҙарын көйләү программаһын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәләре; Башҡортостанда кеше һәм граждан хоҡуҡтарын һәм азатлыҡтарын күҙәтеү; 2009 йылда республика дәүләт милкен хосусилаштырыу планын үтәү тураһында докладтарҙы тыңлаясаҡ.
Закон сығарыусылар алдында «Инновацион эшмәкәрлек тураһында», «Ижади хеҙмәткәрҙәр һәм ижади союздар тураһында» БР Закондарына төҙәтмәләрҙе өсөнсө уҡыуҙа ҡарау бурысы тора.
«Дәүләт граждан хеҙмәте тураһында», «Дәүләт граждан хеҙмәтенең класс чиндарын биреү һәм һаҡлау тәртибе тураһында», «Урындағы үҙидара тураһында», «Граждандарҙың милли-мәҙәни берләшмәләре тураһында», «Уйын бизнесына һалым тураһында», «Этил спирты, алкоголле һәм спиртлы продукция етештереү һәм уларҙың әйләнеше өлкәһендә эшмәкәрлекте көйләү тураһында» БР Закондарына, Ер аҫты байлыҡтары тураһында кодексҡа, Экологик кодексҡа, «Китапхана эше тураһында» БР Законының 12-се статьяһына үҙгәрештәр индереүсе закон проекттары икенсе уҡыуға әҙерләнгән.
«Административ комиссиялар тураһында», «Административ яуаплылыҡ билдәләү өлкәһендә айырым норматив хоҡуҡи акттарҙың көсөн юғалтыуын таныу тураһында» һәм башҡа БР Закондарына төҙәтмәләр беренсе уҡыуҙа ҡаралды.
Парламентарийҙар шулай уҡ айырым суд участкаларының мировой судьялары вазифаларына кандидатураларҙы ҡараясаҡ.
Бөгөн БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев шулай уҡ РФ Пенсия фондының БР буйынса бүлексәһе идарасыһы, Бюджет, һалымдар, финанстар һәм милекселек мәсьәләләре буйынса парламент комитеты ағзаһы Фоат Хантимеровҡа Башҡортостан ҡануниәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн Почет билдәһе тапшырҙы.
Автор:Сергей Захаров
Читайте нас: