09:50 (UTC+5), 12 Мая 2010

2010 йылда Башҡортостандағы иң яҡшы уҡытыусылар

БР Президентының матбуғат хеҙмәте
Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов “Йылдың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” төбәк-ара конкурсы, “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы”, “Йылдың рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” һәм “Йылдың татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” республика конкурстары лауреаттарына БР Президенты премияларын биреү тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.
“Йылдың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” конкурсында Стәрлетамаҡ районының Рощинский урта белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы Г.Ф. Сәлимйәнова еңеп сыҡты. Республика Президенты премияһы шулай уҡ конкурс финалсылары: Ишембай ҡалаһының 14-се урта мәктәбе уҡытыусыһы В.Б. Әйүповаға, Сибай ҡалаһының “Ирәндек” лицейы уҡытыусыһы Г.Б. Игелековаға, Бөрйән районының Байназар мәктәбе уҡытыусыһы Ф.Х. Ҡарағоловаға, Йылайыр районының Яманһаҙ мәктәбе уҡытыусыһы З.Й. Ҡудашеваға бирелде.
“Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы-2010” конкурсында Дыуан районы Вознесенка мәктәбенең география уҡытыусыһы О.Ф. Тряскина еңде. Саҡмағоштоң 2-се урта мәктәбенән технология уҡытыусыһы Р.Г. Әмирханов, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се гимназияһының математика уҡытыусыһы С.А. Вәлиева, Өфө ҡалаһының 3-сө гимназияһынан математика уҡытыусыһы Е.Б. Фролова һәм Сибай ҡалаһы гимназияһынан инглиз теле уҡытыусыһы А.Р. Йосопова конкурс финалсылары булды.
“Йылдың рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы-2010” конкурсында Өфө ҡалаһының 105-се гимназияһы уҡытыусыһы В.В. Раевский беренсе урынды яуланы. Баҡалының 1-се урта мәктәбе уҡытыусыһы Р.Ф. Әүисова, Өфө ҡалаһының 31-се урта мәктәбе уҡытыусыһы А.А. Павлова, Благовещен ҡалаһының 5-се урта мәктәбе уҡытыусыһы И.А. Фролова, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 28-се урта мәктәбе уҡытыусыһы Н.А. Чераева ошо конкурстың финалсылары булды.
“Йылдың татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы-2010” конкурсында Өфө ҡалаһының 65-се татар гимназияһы уҡытыусыһы Л.У. Насирова – еңеүсе; Нефтекама ҡалаһының 12-се урта мәктәбе уҡытыусыһы Р.М. Әхмәтова, Бишбүләктең 2-се урта мәктәбе уҡытыусыһы А.Р. Ахунова, Өфө ҡалаһының 84-се татар гимназияһы уҡытыусыһы Г.Ә. Гәрәева, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 5-се гимназияһы уҡытыусыһы Н.Ә. Мөҡимова финалсы булды.
* * *
Башҡортостан Республикаһы Президенты премияһы “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” һәм “Йылдың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” конкурстары лауреаттарына юғары педагогик оҫталыҡтары, шәхесте бөтә яҡлап үҫтереү өсөн яҡшы шарттар булдырған, уҡытыу-тәрбиә процесына заманса белем биреү технологияларын индергән өсөн Башҡортостан Республикаһы Президенты Указына ярашлы бирелә. Конкурстарҙа еңеүселәргә – 50 мең һум, финалсыларға 30 мең һум күләмендә премия тапшырыла.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика