09:37 (UTC+5), 09 Мая 2010

Башҡортостандың баш ҡалаһында Еңеү Көнө хөрмәтенә парад үтте

Николай Ермоленко
Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығы көнөндә, 2010 йылдың 9 майында Өфөлә Ленин исемендәге майҙанда Хәрби парад үтте. Башҡортостандың баш ҡалаһындағы парад Рәсәй Президенты менән билдәләнгән һәм герой-ҡалаларҙа үткәрелгән рәсми парадтар иҫәбенә инмәй. Шулай ҙа был республиканың Еңеүгә индергән өлөшөн бер ҙә кәметмәй.
Бар Рәсәйҙәге кеүек үк, Өфөләге парад Ҡыҙыл майҙандан алып барылған тура трансляциянан һәм РФ Президенты Дмитрий Медведевтың Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын ҡотлауынан башланды.
Баш главнокомандующийҙың сығышынан һәм Өфөлә яңғыраған өс тапҡыр «Ура!» ҡысҡырыуҙан һуң, Ленин майҙанынан колонналар ағылды (улар йәмғеһе 35 ине).
Тантаналы маршты Рәсәй Федерацияһы мәғарифының почетлы хеҙмәткәре, полковник Фәнзир Ниғмәтйәнов етәкселегендә Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге Республика гимназия-интернатынан барабансылар взводы башланы. Артынса майҙанға Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостан территорияһында ойошторолған Ҡыҙыл Армия частары һәмм берләшмәләренең Хәрби байраҡтарын алып сыҡтылар.
Байраҡ төркөмдәренән һуң БР ветерандар ойошмалары, Өфөнөң париотик клубтары колонналары, Өфө гарнизоны ғәскәрҙәре, көс структуралары бүлексәләре, кадет корпусы, берләштерелгән тынлы оркестр; улар артынса – хәрби техника; ретро- һәм хәҙерге заман техникаһы теҙелде.
Хәрби техниканан Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы легендар «Т-34» танкы — Мәскәү һәм Сталинград янындағы алыштарҙа, Курск дуғаһында, Берлин эргәһендә һәм башҡа хәрби операцияларҙа мөһим роль уйнаған донъялағы иң яҡшы танк барыһының да иғтибарын йәлеп итте.
Ретротехниканан Ирбит мотозаводының М-72 мотоциклы һәм трофейға төшкән «Диамант», ГАЗ-67 автомобилдәре, махсус армия машиналарын төҙөүгә нигеҙ булған һуғыштан һуңғы ГАЗ-69, «ленд-лиз» буйынса Ҡыҙыл Армияға ҡайтарылған Американың «Виллис»тары, данлыҡлы «полуторка» ГАЗ-АА һәм шулай уҡ билдәле «эмка» — ГАЗ-М1 майҙандан үтте. Парадта күрһәтелгән «эмка»ның яҙмышы ҡыҙыҡлы: ул фронтҡа 1941 йылда 1-се Өфө ҡала дауаханаһынан киткән, бар һуғышты үткән һәм үҙенең «тыуған» ҡалаһына ҡабат әйләнеп ҡайта алған.
Еңеү Көнөндәге автомобиль техникаһы парадын Еңеүҙән һуң сығарыла башланған “Победа” ГАЗ-20 автомобиленән тыш күҙ алдына килтереп булмай.
Өфө парадында көс структураларының заманса хәрби техникаһы – билдәле бронетранспортерҙар һәм аҙ билдәле булған «тигрҙар», Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереү техникаһы, ДОСААФ техникаһы ла күрһәтелде.
Колоннала иң һуңғыһы булып стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәре ҡоралы - «Тополь-М» ракета комплексы үтте.
Унан һуң майҙан өҫтөнән фюзеляжы аҫтына һуғыш йылдарындағы һалдат хатын һүрәтләгән өсмөйөш беркеткән вертолет осоп үтте. Был колонна артынса килгән «Утлы йылдар хәтере» театрлаштырылған тамаша өсөн үҙенә күрә пролог кеүек булды.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика