Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.29
-0.21
89.84
-0.3
68.81
-1.32
18+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
9 Май 2010, 11:37
Бәләбәйҙә Еңеү Көнө айҡанлы байрам саралары башланды
Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығы айҡанлы Бәләбәйҙә тантаналар башланды. Ошо минуттарҙа бында Яугир-еңеүсе һәйкәленә сәскәләр һалыу үткәрелә. Сәғәт 11-ҙә «Еңеү һалдаттарына» театрлаштырылған прологынан һуң бында Хәтер Митингыһы асыласаҡ, артабан ҡала халҡын бай байрам программаһы — «Еңеү яҙы» театрлаштырылған концерты, «Ветеран» клубы һәм халыҡ ижады фестивале ҡатнашыусыларының концерты, шулай уҡ «Аксаков – Бәләбәй» традицион еңел атлетика йүгереүенең финишы көтә. Ә киске сәғәт етелә йәштәр өсөн «Еңеү йәш булып ҡала» махсус концерт программаһы башлана.
Бәләбәй крайҙы өйрәнеү музейы байрам уңайынан махсус бүләк әҙерләгән. 12 - 18 сәғәттәрҙә теләге булған һәр кем унда бушлай инә ала. Ә «Тыныслыҡ» кинотеатрында «Звезда» нәфис фильмы бушлай күрһәтеләсәк.
Автор:
Евгений Рәхимҡолов
Теги:
еңеү көнө
Читайте нас: