16:02 (UTC+5), 08 Мая 2010

Йәш гвардеецтар һәм ветерандар Александр Матросов һәйкәленә сәскәләр һалды

Сергей Захаров, Алина Каматова | фото: Илдар Ғәлләмов
Бөгөн Өфөнөң Киров районында Советтар Союзы Геройы Александр Матросов һәйкәленә сәскәләр һалдылар.
Тантана уның исемен йөрөткән скверҙа үтте. Унда «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы» Башҡортостан төбәк бүлексәһе вәкилдәре, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм тыл хеҙмәтсәндәре, юғары һәм мхсус урта уҡыу йорттары студенттары, мәктәп уҡыусылары ҡатнашты.
Фронтовиктар һәм йәш быуын вәкилдәре һәләк булған геройҙарҙы бер минут тынлыҡ менән хөрмәтләне.
Белешмә. Гвардия рядовой Александр Матросовҡа һәйкәл Өфөлә 1951 йылдың 9 майында асылған. Уның авторы — скульптор Леонид Эйдлин.
Ленинградтың «Монументскульптура» заводында ҡойолған бронза һәйкәл алһыу граниттан эшләнгән постаментҡа урынлаштырылған.
2,5 метрлыҡ бейеклектәге Матросов фигураһы алға ынтылышта, ҡулдарына автомат тоттороп эшләнгән.
Геройҙың башында — каска, обмундированиеһы өҫтөнән — плащ-палатка, постаментта «Советтар Союзы Геройы Александр Матросовҡа» тигән яҙыу бар.
Александр Матросов 1924 йылдың 5 февралендә тыуған. Иртә атай-әсәйһеҙ ҡалғас, Ульяновск өлкәһенең Ивановск балалар йортонда һәм Өфө хеҙмәт колонияһында тәрбиәләнә.
1942 йылдың сентябрендә Совет Армияһы сафына алына һәм Краснохолмск хәрби-пехота училищеһына йүнәлтелә. 1943 йылдың ғинуарында башҡа комсомол курсанттар менән үҙе теләп ғәмәлдәге армияға китә һәм Калинин фронтына эләгә.
1943 йылдың 23 февралендә Чернушки ауылы өсөн барған һуғышта үҙенең подразделениеһына уңышлы һөжүмде тәьмин итеү маҡсатында дзоттың амбразураһын тәне менән ҡаплай.
Александр Матросовҡа СССР Юғары Советының 1943 йылдың 19 июнендәге Указы менән үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы званиеһы бирелә.
Оборона наркомы приказы менән герой хеҙмәт иткән гвардия полкына «Александр Матросов исемендәге 254-се гвардия уҡсылар полкы» атамаһы бирелә.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 300 самаһы совет яугиры ошондай батырлыҡ күрһәтә.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика