10:47 (UTC+5), 08 Мая 2010

Сибайҙар Бөйөк ватан һуғышы геройҙарын хөрмәтләп иҫкә ала

Юлай Мәғсүмов | фото: Сибай ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте
Сибайҙа Еңеү Көнө йола буйынса ҡала халҡы, йәмәғәт ойошмалары, хеҙмәт коллективтарының әүҙем ҡатнашлығында тантаналы үтә. Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллыҡ юбилейына арналған саралар бөгөн, 8 майҙа, башланды. Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов һәм Федор Белов һәйкәлдәренә, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған Совет армияһы яугирҙары иҫтәлегенә ҡуйылған обелискыға сәскәләр һалыу тантанаһы ойошторолдо, шулай уҡ крайҙы өйрәнеү музейында данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерияһы дивизияһына арналған диораманы асыу тантанаһы үтте.
Әйтергә кәрәк, ҡала Бөйөк Еңеү юбилейына лайыҡлы әҙерләнгән. Советтар Союзы Геройы Александр Матросов һәйкәле, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған яугирҙар иҫтәлегенә ҡуйылған обелиск тулыһынса реставрацияланған. Педагогия колледжы бинаһында һуғыш ветераны, Башкавдивизия эскадроны командиры, ҡаланың Почетлы гражданы Бәҙри Мөжәүир улы Мәмбәтҡолов иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
Еңеү Көнө алдынан «Мәңгелек ут» мемориалында ла эштәр тамамланған. Бында яҙыуҙар менән таш плиталар, улар урынлашҡан лафет, архитектура конструкциялары элементтары тулыһынса яңыртылған, сәскә түтәлдәре, эргә-тирәһе төҙөкләндерелгән. Был маҡсатта ҡала округы бюджетынан 600 мең һум самаһы аҡса йүнәлтелгән.
Крайҙы өйрәнеү музейында диорама асылыуы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы яҡташтар исемен мәңгеләштереүгә ҙур өлөш булып тора. Унда Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙарының ялға туҡтаған мәле һүрәтләнгән. Алғы планда дивизия командиры генерал Миңлеғәли Шайморатовтың һәм полк командиры Таһир Күсимовтың балауыҙҙан эшләнгән фигуралары урынлаштырылған. Арттараҡ таныш йөҙҙәр - эскадрон командиры Бәҙри Мәмбәтҡоловты, билдәле ҡурайсы Ғәйфулла Сарбаевты һәм башҡа ир-азаматтарҙы күрергә мөмкин.
1 из 6
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика