11:38 (UTC+5), 08 Мая 2010

Дмитрий Медведев Мортаза Рәхимовты Еңеү Көнө менән ҡотланы

"Башинформ"
Рәсәй Федерацияһы Президенты Дмитрий Медведев Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимовты Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығы менән ҡотланы. Дәүләт башлығы телеграммаһында шулай тиелә:
«Хөрмәтле Мортаза Ғөбәйҙулла улы!
Һеҙҙе Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығы менән ихлас ҡотлайым!
Еңеү Көнө – Рәсәй граждандары өсөн изге байрам. Беҙ ауыр һуғыш һынауҙарына ҡаршы тора алған һәм Ватаныбыҙҙы һәм донъяны нацизмдан азат иткән атай-олатайҙар батырлығын ололап иҫкә алабыҙ. Улар беҙгә яҡты киләсәк бүләк итте һәм ҡаҡшамаҫ рух көсө, ҡаһарманлыҡ һәм берҙәмлек өлгөһө күрһәтте.
Ул дәһшәтле һуғыш дәрестәре ваҡытҡа буйһонмай. Еңеү тураһында хәтер мәңге йәшәйәсәк һәм быуындан быуынға тапшырыласаҡ.
Уңыштар һеҙгә, ныҡлы һаулыҡ һәм яҡшылыҡтар.
Д.А.Медведев».
Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимовты Еңеү көнө менән шулай уҡ Рәсәй Хөкүмәте Pәйесе Владимир Путин ҡотланы:
«Хөрмәтле Мортаза Ғөбәйҙулла улы!
Һеҙҙе Бөйөк Еңеүҙең юбилейы менән ҡотлайым.
Был яҡты, һәр беребеҙ өсөн ҡәҙерле байрам бар быуындарҙы берләштерә.
Туптарҙан залп яңғыраған һәм кешелек тарихында иң аяуһыҙ һуғыш тамамланған онотолмаҫ еңеү майынан 65 йыл үткән. Ләкин Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарының – ҡаһармандарса фронтта алышҡан, өҙлөкһөҙ хеҙмәт вахтаһында торғандарҙың батырлығы һәр ваҡыт ватансылыҡ, әхлаҡлыҡ, бурысҡа тоғролоҡтоң юғары үлсәүе булып хеҙмәт итәсәк.
Һеҙгә уңыштар, сәләмәтлек һәм именлек теләйем.
В.В.Путин».
Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов исеменә Еңеү көнө айҡанлы ҡотлауҙарҙы шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советы Рәйесе Сергей Миронов, РФ Президенты Хакимиәте Етәксеһе Сергей Нарышкин, РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Григорий Рапота, Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллыҡ юбилейы менән БР Президенты Мортаза Рәхимовты РФ Федераль Йыйылыш Федерация Советы ағзалары, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары, федераль министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре, Рәсәй Федерацияһы субъекттары башлыҡтары, хәрби начальниктар, күренекле йәмәғәт һәм сәйәсәт эшмәкәрҙәре, эре сәнәғәт предприятиелары һәм финанс компаниялары етәкселәре һәм башҡалар ҡотланы.
Телеграммалар килеүен дауам итә.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика