13:14 (UTC+5), 06 Мая 2010

Элемтә хеҙмәткәрҙәре көнө менөн!

“Башинформ”
7 майҙа бөтә элемтә тармаҡтары хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамдарын билдәләй. Шуның менән бәйле Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов уларҙың исеменә ҡотлау ебәрҙе:
«Бөгөн радио, телевидение, Интернет, мобиль һәм башҡа элемтә бәйләнештәре иҡтисади һәм социаль мәсьәләләрҙе һөҙөмтәле хәл итеүгә булышлыҡ итә. Мәғлүмәт технологияларын, яңы коммуникация һәм элемтә сараларын планлы рәүештә индереү һөҙөмтәһендә бөтә кимәлдәге власть органдары эшмәкәрлегендә, медицинала, мәғарифта, банк системаһында, бизнеста тармаҡ әһәмиәте йылдан-йыл үҫә бара.
Илдәге иң ҙур элемтә операторҙарының береһе – «Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәте – ҡеүәтле техник базаға эйә. Предприятие киң ҡулланылышлы Интернетты һәм яңы хеҙмәтләндереүҙәргә юл асыусы технологияларҙы индереүгә 1 миллиард 700 миллион һумдан ашыу аҡса инвестицияланы. Сүс-оптик элемтә линияларының дөйөм оҙонлоғо 13 мең километрға етте. Электр элемтәһе селтәрҙәрен артабан модернизациялауға етди иғтибар бүленә. Быйыл йыл башына республика АТС-ында 1 миллион 132 мең абонент номеры иҫәпләнде. Ауыл телефон элемтәһен цифрлаштырыу үткәрелде, цифрлы IP-телевидение индерелә.
Республика ҡалаларында һәм райондарында тәүлек әйләнәһенә видеокүҙәтеү камераларын һәм телемедицина системаларын тоташтырып, «Хәүефһеҙ ҡала» программаһы бойомға ашырыла. «Электрон Хөкүмәт» проекты һәм Мәғлүмәт йәмғиәтен үҫтереү стратегияһы буйынса 2 000 километрҙан ашыу сүс-оптик элемтә линиялары һәм мультисервис селтәрҙәре төҙөү планлаштырылған.
Башҡортостан – илдең юлдаш телевизион каналына һәм радиостанцияһына эйә булған бик аҙ төбәктәренең береһе. «Башҡортостан» телерадиотапшырыуҙар компанияһы һуңғы 20 йылда ҡайтанан техник ҡоралландырыуҙа бик ныҡ алға китте. Уның селтәре бөгөн 400-ҙән ашыу ретрансляция пункттарынан тора, аудиторияһын республикалағы һәм эргәләге төбәктәрҙән 4,5 миллиондан ашыу тамашасы тәшкил итә. Цифрлы технологияларға күсеү тамамлана. БЮТ телеканалы көн һайын башҡорт, рус, татар һәм башҡа телдәрҙә 18 сәғәтлек тапшырыуҙар алып бара. Төрлө жанрҙағы һәм йүнәлештәге 50-нән ашыу программа эфирға сыға. «Башҡортостан радиоһы», «Спутник ФМ», «Юлдаш», «Ашҡаҙар» популяр радиостанциялары әүҙем эшләй.
Бөтә был ҙур, күп планлы эш Башҡортостандың глобаль мәғлүмәт майҙаны булып берләшеүенә, һәр кешенең тормош сифаты яҡшырыуына булышлыҡ итә. Беҙҙең республиканы мәғлүмәтләштереү тәжрибәһе федераль кимәлдә хупланыуы бик ҡыуаныслы хәл. Элемтә тармағы хеҙмәткәрҙәре киләсәктә лә үҙҙәренә йөкмәтелгән яуаплы бурыстарҙы үтәп сығыр, тип ышанам.
Һеҙгә һаулыҡ, именлек һәм бәхет, тыуған Башҡортостаныбыҙ һәм бөтә Рәсәй именлеге хаҡына яңы хеҙмәт уңыштары теләйем!
Башҡортостан Республикаһы Президенты М.Рәхимов».
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика