08:41 (UTC+5), 05 Мая 2010

Бөгөн – Халыҡ-ара инвалидтарҙың хоҡуҡтары өсөн көрәш көнө

Евгений Рәхимҡолов
Бөгөн бөтә донъя йәмәғәтселеге Халыҡ-ара инвалидтарҙың хоҡуҡтары өсөн көрәш көнөн билдәләй. Илебеҙҙә был кешеләр, ҡағиҙә булараҡ, иң аҙ яҡланған граждандар категорияһына инә. Халыҡ-ара инвалидтарҙың хоҡуҡтары өсөн көрәш көнө мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең проблемаларына йәмәғәтселек иғтибарын йүнәлтергә тейеш.
Бөгөн Рәсәйҙә генә 13 миллионға яҡын инвалид йәшәй. Йыл һайын илебеҙҙә 700 меңдән ашыу кеше ғәрипкә әйләнә.
Башҡортостанда инвалидтарға ярҙам итеүгә ҙур иғтибар бүленә. Мәҫәлән, республика ҡалаларында һәм райондарында даими рәүештә инвалид балаларға ярҙам акциялары үткәрелә, мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн махсус эш урындары булдырыла. Ҡайһы бер ҡалаларҙа инвалидтарҙың спорт менән шөғөлләнеүе өсөн яҡшы шарттар булдырылған. Күп инвалидтар, фажиғәгә дусар булыуҙарына ҡарамаҫтан, төшөнкөлөккә бирелмәй, эштә һәм спортта ҙур уңыштарға өлгәшә. Стәрлетамаҡта йәшәүсе дүрт тапҡыр паралимпия чемпионы Ирек Зарипов быға өлгө булып тора ла.
Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығын байрам итеү алдынан һуғыш инвалидтарына айырыуса ҙур иғтибар бирелә. Мохтаж булыусыларға торлаҡ шарттары яҡшыртыла. 3 майҙан 12-һенә тиклем Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтары ҡала-ара һәм ҡала эргәһе автобустары, йылға суднолары, тимер юл, самолеттар транспорт хеҙмәтләндереүҙәре менән бушлай файҙалана ала. Шулай уҡ хәрби бурысын үтәгәндә зыян күргән бөтә локаль һуғыш инвалидтары ла алыҫ араға бушлай йөрөү хоҡуғы менән файҙалана ала.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика