Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.78
0
98.03
0
84.87
-1.46
13+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
4 Май 2010, 11:41

Мортаза Рәхимов республиканың көньяҡ райондарында булды

Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов, шәмбе көнө, 1 майҙа вертолетта республиканың көньяҡ райондары биләмәләренә сыҡты. Сәфәр барышында Башҡортостан Президенты сәнәғәт һәм социаль объекттар төҙөлөшө менән танышты, райондарҙың социаль-иҡтисади үҫеше менән ҡыҙыҡһынды.
Көйөргәҙе районында республика башлығы Аҡһары ауылы эргәһендә Оло Юшатыр йылғаһында һыуһаҡлағысты төҙөү барышы менән танышты. Хәҙерге ваҡытта ер эштәре тамамланған, боҙҙан һаҡлау һәм асыҡ ташҡын һыуын йыйыу урыны өҫтөнән йәйәүлеләр өсөн күперҙең металл конструкциялары ҡуйылған. Урындағы карьерҙарҙан алынған тәбиғи таш һибеү дауам итә. Һыу сығарыу ҡоролмаларын нығытыу, объект территорияһын йәшелләндереү һәм төҙөкләндереү буйынса эштәр алып барыла. Белгестәрҙең һүҙҙәренә ҡарағанда, объектты быйыл йәй файҙаланыуға тапшырырға планлаштырыла.
Мортаза Рәхимов шулай уҡ районда Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығына арналған сараларға әҙерлек һәм уларҙы үткәреү мәсьәләләре, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына ярҙам саралары, сәсеү кампанияһы барышы менән ҡыҙыҡһынды.
Күгәрсен районында Мортаза Рәхимов ауыл хужалығы предприятиеһы – «Тәүәкән» дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһына барҙы. Белгестәр, хужалыҡты киләсәк ауыл хужалығы предприятиеһы тип ышаныслы атарға мөмкин, тип иҫәпләй. Заманса технологияларҙы ҡулланып, бында мал һәм ҡош-ҡорт үрсетеүҙә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеп кенә ҡалмай, продукцияны эшкәртеүҙе лә үҙләштергәндәр. Бының өсөн хужалыҡта һөт һәм май яҙыу цехтары төҙөлгән.
Президент йәшлесә һаҡлағысты төҙөү темптарын баһаланы. Ул «Алексеевка» совхозы» дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһының йәшелсә һаҡлағысы кеүек үк буласаҡ. Бында ҡабул итеү бүлексәһе, һаҡлау, киптереү цехтары, һыуытҡыс камералар буласаҡ. Проект 250 миллион һумлыҡ тип баһалана.
Хәйбулла районында Мортаза Рәхимов «Юбилейный» карьеры менән йәнәштә «Башмедь» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең байыҡтырыу фабрикаһы төҙөлөшө менән танышты. Президентҡа, объектта бөтә төҙөлөш эштәре график буйынса алып барыла, финанслау менән проблемалар юҡ, тип хәбәр иттеләр. Предприятие етәкселеге әйтеүенсә, киләсәктә фабрика илдең тау тармағында иң ҙур предприятиеларҙың береһе буласаҡ.
Районда Башҡортостан Президенты Быҙаулыҡ йылғаһында һыуһаҡлағыс төҙөлөшөн ҡараны. Ошонда уҡ республика башлығы кәңәшмә үткәрҙе, унда артабанғы эш йүнәлештәре һәм төҙөлөштө тамамлау сроктары билдәләнде.
Бынан тыш, Президент яҙғы баҫыу эштәрен үткәреү барышы менән дә танышты. Хәҙерге ваҡытта сәсеү Хәйбулла районының бөтә хужалыҡтарында ла алып барыла.
Сибайҙа Мортаза Рәхимов Балалар ижады үҙәге бинаһын ҡараны, унда 2009 йылда бассейнын реконструкциялап, капиталь ремонт үткәрелгәйне. Ремонтҡа бюджет средстволары бүленде, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы ярҙам итте. Бассейн көнөнә 150 кеше ҡабул итә ала.
Мортаза Рәхимов 550 урынлыҡ трибуналар менән ябыҡ боҙ һырғалағы төҙөлөшөн ҡараны, былтыр декабрҙә икенсе сираты файҙаланыуға тапшырылған ҡала дауаханаһында булды.
Эш сәфәре барышында Мортаза Рәхимов Көньяҡ Урал яғыулыҡ-энергетика үҙәгендә лә булды. Вертолетта осоп барышлай Башҡортостан Президенты республиканың көньяҡ райондарында урынлашҡан гидротехник ҡоролмаларҙы ҡараны.
Президенттың эш сәфәрендә Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Шамил Вахитов ҡатнашты.
Автор:БР Президентының матбуғат хеҙмәте
Читайте нас: